Башҡортостанда йыл башынан юл-транспорт фажиғәләрендә 300-ҙән ашыу кеше һәләк булған

Башҡортостанда йыл башынан юл-транспорт фажиғәләрендә 300-ҙән ашыу кеше һәләк булған https://bash.news/news/84804_bashortostanda_jyl_bashynan_yultransport_fazhilrend_300n_ashyu_keshe_lk_bulan
23 ноя 2018, 23:19

Белгестәр әйтеүенсә, уларҙың күбеһенә юлдарҙа ябай ҡағиҙәләрҙе боҙоу һәм яуапһыҙлыҡ сәбәпсе. Иң хәүефле йүнәлештәр иҫәбендә Өфө-Ырымбур һәм Өфө-Силәбе трассалары.

Кеше ғүмере өсөн һәр секунд ҡәҙерле. Юл фажиғәһенә тарығандарҙы ҡотҡарыусы төркөм был хаҡта яҡшы белә. Шуға ла бөтә эш берҙәм, автоматлаштырылған режимда башҡарыла. Өфөлә үткән юл-транспорт ваҡиғаһы уҡыуҙары ҡотҡарыусылар өҫтөндә булған яуаплылыҡты тик өлөшләтә күрһәтә, сөнки авария ысын түгел, ә төркөмдөң тәжрибәһен, әҙерлеген һынау ғына.

Альфред Шәрәфетдинов, ҡотҡарыусы: “Юлда авариялар күп була. Ҡотҡарыусыларҙың эш тәртибе булдырылған. бөгөн ошоно күрһәттек”.

Бензинға йөрөгән еңел автомобиль биш минут эсендә янып бөтә. Ҡотҡарыусылар етди теүәллек менән бәрелгән машинаны асып, кешене тиҙ ярҙам машинаһына оҙатҡансы биш минут ваҡыт үтә.

Төбәктә юл фажиғәләрен кәметеү юлдары Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса уҡыуҙар үҙәгендә лә тикшерелде. Бында юлдағы хәүефһеҙлек өсөн яуаплы вәкилдәр осрашты.

Артур Әхмәтхәнов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы: “Беҙҙең бөтә көстәр юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе хеҙмәттәрҙе координацияларға йүнәлтеләсәк. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, юл инспекцияһы, ҡотҡарыусылар, тиҙ ярҙам берҙәм эшләгәндә генә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп буласаҡ”.

Юл-транспорт ваҡиғаларының 62 проценты баш ҡала урамдарында теркәлә. Ә Асҡын һәм Ҡыйғы райондарында авариялар аҙыраҡ күҙәтелгән. Белгестәр, юлда тәртип урынлаштырыуҙа видеокамераларҙың өлөшө ҙур булыуын билдәләй. Алдағы 7 йыл эсендә төбәк юлдарына 663 камера ҡуйыу күҙаллана. Бының өсөн республика бюджетынан 3,3 млрд һум аҡса бүленгән. Талап ителгән ҡалған 2,2 млрд һумды концессион килешеү буйынса эшҡыуарҙар үҙ өҫтөнә ала.

Динар Ғилметдинов, Башҡортостан ЮХХДИ идаралығы етәксеһе: “Өфөнө алып ҡарағанда, мәҫәлән, биш йыл элек юл фажиғәләрендә 100 кеше һәләк булһа, былтыр 51 кеше. Был күрһәткестәргә ирешергә видео һәм фото-фиксация ярҙамға килде. Хәүефле урындарға өҫтәмә камералар ҡуйыу ҡаралған”.

Юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе хеҙмәттәр берҙәм эшләүе көн кеүек асыҡ. Әммә ҡотҡарыусылар кешеләрҙең үҙҙәрен дә ябай ҡағиҙәләрҙе онотмаҫҡа саҡыра. Ҡар һалған юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға кәңәш ителә.

Автор: Флорида Ким.

Башҡортостанда йыл башынан юл-транспорт фажиғәләрендә 300-ҙән ашыу кеше һәләк булған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий