Тамырҙар йәнә беренсе

Тамырҙар йәнә беренсе https://bash.news/news/84805_tamyrary_sirattay_aanyshy
23 ноя 2018, 23:23

Ил кимәлендә уҙғарылған конкурс-фестивалдәрҙә "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы бер-бер артлы еңеү яуланы. Бигерәк тә уҙып барған йыл уңышлы булған.

Йырлы сәскәләр иле. "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының ил кимәлендә билдәләнгән проекты шулай атала. Ул борондан аҫаба халыҡты данлаған, башҡорт милли уйын ҡоралы ҡурай хаҡында. Уның тарихы тураһында тапшырыуҙа ижади төркөм сағыу, дәртле һәм заманса итеп күрһәтә алған.

Әҙилә Һунарғолова, "Тамыр" балалар-үҫмерҙәр телеканалы режиссеры: “Ул Башҡортостандың бренды – ҡурай тураһында. Ҡурайыбыҙҙы төрлө яҡтан, матур итеп күрһәтергә тырыштыҡ. Балаларға ҡыҙыҡ булһын өсөн графика эшләнгән. Ойоштороусылар билдәләүенсә, беҙҙең программаны башҡа төбәктәргә өлгө итеп күрһәткәндәр”.

Ә был иһә тамырҙарҙың сираттағы эше. Ул да шулай уҡ үҙ призын тапты. Проект "Федерация" IV Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы номинацияһында еңеү яуланы. Телевидение һәм Инстаграм мөмкинлектәренә ҡоролған проект башҡорт халҡының этнографияһы менән таныштыра. Конкурста Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 200-ҙән ашыу эш ҡатнашҡан. "Этнолайк" проекты "Ата-бабалар теле" номинацияһында иң яҡшыһы тип танылған.

Гөлназ Ҡолһарина, "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы директоры: “Башҡорт телендә эшләнгән тапшырыуҙарҙы төрлө конкурстарға ебәрәбеҙ. Титрҙар менән дә тәьмин итәбеҙ. Башҡорт яңғырашы ҡалһын, тип дубляж эшләмәйбеҙ. Жюри беҙгә телегеҙ матур, моңло, тиҙәр”.

"Тамыр"ҙарҙың уңыштары тик бының менән генә сикләнмәйәсәк. Алда тағы ла яулайһы үрҙәр көтә тип әйтергә мөмкин. Әйткәндәй, был аҙнала еңеү яулаған өс бәйге өс төрлө ижади төркөмдөң уңышы. Әммә улар барыһын да бер маҡсат берләштерә - үҫеп килеүсе быуында рух, зауыҡ тәрбиәләү.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Тамырҙар йәнә беренсе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд