Тәбиғәт йәнле әҙибәгә 70 йәш

Тәбиғәт йәнле әҙибәгә 70 йәш https://bash.news/news/84806_tbit_jnle_ibg_70_jsh
23 ноя 2018, 23:27

Күренекле яҙыусы Гөлнур Яҡупованың бөгөн Ғафури районы Сәйетбаба ауылы мәҙәниәт йортонда юбилей кисәһе үтте. Сарала яҡташтары, туғандары һәм дуҫтары ҡатнашты. Сәхнәнән Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғыраны, әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштерелде.

Тамашасы яратҡан яҙыусыһын көслө алҡыштар менән ҡаршы алды. Гөлнур Яҡупова билдәле прозаик, публицист ҡына түгел, йәмәғәт эшмәкәре лә. 15 йылдан ашыу тыуған Ғафури районы мәктәптәрендә уҡыусылар араһында "Өмөтлө ҡәләм" бәйгеһе уҙғара, һөнәр серҙәре менән уртаҡлаша, нәфис әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләй. Шуға ла тамаша залында балалар ҙа күп ине. Гөлнур Яҡупова ижади эшмәкәрлеген башҡорт журналистикаһын үҫтереүгә бағышлаған, милли әҙәбиәтте сағыу әҫәрҙәре менән байытҡан шәхес.

Юбилей кисәһендә әҙибәнең шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар, әҫәрҙәренән өҙөк сәхнәләштерелде. Шул иҫәптән, "Ҡатындар" трилогияһы ла. Әйткәндәй, ул "Иң уҡымлы китап" исемлегенә ингән. Әле лә трилогия яңынан-яңы китап һөйөүселәрҙе берләштерә. Тап ошо күләмле әҫәре өсөн Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы республиканың юғары дәүләт наградаһы - Салауат Юлаев ордены менән баһалана.

Гөлнур Яҡупова, Салауат Юлаев ордены кавалеры: “Уҡыусыма, халҡыма әйтәм: минең трилогиям ижадымдың Ирәмәле. Быға бик ҡыуанам. Шиғриәтем әйләнеп ҡайтты. Ҙур проза яҙғанда туҡталып торҙо. Яҙаһы әйберҙәрем күп”.

Гөлнур Яҡупова башҡорт әҙәбиәте донъяһында тәбиғәткә лә дан йырлай. Уның бар әҫәрҙәрендә лә тиерлек йәшеллек темаһы хакимлыҡ итә. Ул 20 китап авторы. Әҙибәнең ижады әле бының менән генә сикләнмәйәсәк. Тиҙҙән яңы әҫәрҙәр донъя күрәсәк. "Ҡатындар" трилогияһының русса варианты ла шулар иҫәбендә.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Тәбиғәт йәнле әҙибәгә 70 йәш

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд