Милли проекттарға бүленгән аҡсаларҙы урлауға юл ҡуйылмаясаҡ

Милли проекттарға бүленгән аҡсаларҙы урлауға юл ҡуйылмаясаҡ https://bash.news/news/84836_milli_proekttara_blengn_asalary_urlaua_yul_ujylmayasa
24 ноя 2018, 23:13

Был турала Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ҡырымда Дәүләт советы президиумы ултырышынан һуң белдерҙе.

"Рәсәй президентының 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән милли проекттарының әһәмиәтен әлегә аңлап бөтмәйҙәр, әммә уларҙың илдең алға ынтылышына, ҙур аҙым яһауына мөмкинлек булыуына ышанам", - тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

"Халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн: эш хаҡтары, пособиелар, сифатлы һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф системалары, мәҙәниәт, спорт, таҙа мөхит өсөн дәүләттән алты йылға 28 триллион һум бүленә. Бер үк ваҡытта был аҡсаны урлауға юл ҡуйылмаясаҡ. Бында инде миңә һеҙҙең ярҙам кәрәк", тигән республика етәксеһе.

Милли проекттарға бүленгән аҡсаларҙы урлауға юл ҡуйылмаясаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд