Өфөлә әсәһе менән китеп барған биш йәшлек малай соҡорға ҡолаған

Өфөлә әсәһе менән китеп барған биш йәшлек малай соҡорға ҡолаған https://bash.news/news/84838_fl_se_menn_kitep_baran_bish_jshlek_malaj_soora_olaan
24 ноя 2018, 23:14

Бәхетһеҙ осраҡ Пушкин урамындағы ихаталарҙың береһендә теркәлгән. Бала газон буйлап йүгереп китеп барғанда ҡапыл күҙҙән юғала. Яр һалған әсәгә эргәнән үтеп барыусы сәнғәт училищеһы студенттары Сергей Екомасов, Динар Иштирәков һәм Эвелина Шаһивәлиева ярҙамға килә.

Улар ҡатмарлы хәлдә ҡурҡып ҡалмай. Егеттәр баҫҡыс артынан йүгергән арала, ҡыҙ биш метр тәрәнлектәге соҡорға төшкән малайҙы тынысландырыға тырыша. Һуңынан йәштәр ҡотҡарыусылар, ашығыс ярҙам килгәнсе малайҙы өҫкә күтәрә.

Әлеге ваҡытта биләмә өсөн яуаплы коммуналь хужалыҡ асыҡлана. Тәфтиш комитеты осраҡ буйынса тикшереү башлаған.

Өфөлә әсәһе менән китеп барған биш йәшлек малай соҡорға ҡолаған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд