Шыршы операцияһы

Шыршы операцияһы https://bash.news/news/84840_shyrshy_operaciyay
24 ноя 2018, 23:16

Яңы йыл байрамы алдынан ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ киҫеүгә юл ҡуймаҫ өсөн Башҡортостанда "Шыршы" операцияһы башланды. Был осорҙа оператив төркөмдәр төҙөп тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойоштороу ҡаралған. Рөхсәтһеҙ йәш шыршы-ҡарағайҙарҙы киҫеүселәр административ һәм енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.

Штрафтарҙың күләме ҙур: физик шәхестәргә ҡарата 3-4, вазифалы кешеләргә 20-40, юридик йөҙҙәргә 200-300 мең һум. Өҫтәп тәбиғәткә килтерелгән зыян өсөн дә түләргә тура киләсәк. Шуны ла оноторға ярамай, килтерелгән зыян 5 мең һумдан ашып китһә, енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Техника һәм башҡа ҡорамалдар файҙаланылһа, улар тартып алына, административ штраф күләме бермә-бер арта. Законһыҙ ағас ҡырҡыу осрағына шаһит булыусылар республика урман хужалығының дисптчер хеҙмәтенә шылтыратып хәбәр итә ала. Уның һандары: 218-14-14 йәки 218-13-88. Өфөнөң коды 347.

Шыршы операцияһы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий