Ҡырмыҫҡалы районы Сахай ауылында йәшәүсе ғаилә яраланған торнаға тап була

Ҡырмыҫҡалы районы Сахай ауылында йәшәүсе ғаилә яраланған торнаға тап була https://bash.news/news/84841_yrmyaly_rajony_saxaj_auylynda_jshse_ail_yaralanan_tornaa_tap_bula
24 ноя 2018, 23:17

Ҡырағай ҡош йылы яҡҡа оса алмайынса ай буйы яланда бер үҙе йөрөргә мәжбүр була. Тема дауамы беҙҙең сайтта.

Зиннәтовтар ғаиләһе тауыҡ ояһы йылы булғанға ҡыуанып бөтә алмай. Юғиһә, торнаға өйҙә йәшәргә тура килер ине. Яраланған ҡош бер нисә көн дауамында ышаныслы ҡулдарҙа тәрбиәләнә. Торнаны яландан тотоп алып ҡайтыу ысын тамашаға әйләнде ти ғаилә башлығы.

Ҡошто өйгә алып ҡайтҡас та, уға нимә ашатырға тигән һорау тыуа. Ғәҙәттә, торна тәлмәрйен- кеҫәртке, бөжәктәр, үлән орлоҡтары, иген менән туҡлана. Аптырап ҡалған хужалар, ветеринарға шылтыратып кәңәшләшә. Белгес мойва балығын кәңәш итә. Һыу, бойҙай ҙа һәр ваҡыт ҡул аҫтында.

Белгестәр әйтеүенсә, республикала ҡырағай ҡоштарҙы һыйындырыусы урындар юҡ. Иң яҡыны Ульяновск ҡалаһында. Әгәр ҙә ҡоштоң ҡанаты һынған тип тапһалар, ул әлегә тәбиғәттә йәшәй алмаясаҡ.

Торнаға рентген үткәрергә кәрәк, бынан тыш штиф ҡуйырға һәм башҡа төрлөсә дауаларға мөмкин. Был ҡиммәтле хеҙмәт, республикала ҡырағай ҡоштарҙы дауалаусы белгестәр юҡ кимәлендә. Күп осраҡта, торналар Африка, Иран, Мысыр, Төркиәлә ҡышлай.

Әлегә яралы ҡошҡа нисек ҡышларға тип хафаланырға кәрәкмәй. Зиннәтовтар торнаға ярҙам итеүсе ветеринар табырға теләй. Нисек кенә булмаһын, ҡырағай ҡоштоң урыны тәбиғәт ҡосағында булырға тейеш.

Автор: Флорида Ким.

Ҡырмыҫҡалы районы Сахай ауылында йәшәүсе ғаилә яраланған торнаға тап була

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий