Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Яңы йыл бүләге әҙерләй

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Яңы йыл бүләге әҙерләй https://bash.news/news/84842_bashortostan_yuldash_televideniey_yay_jyl_blge_erlj
24 ноя 2018, 23:19

Тамашасыларҙы йыл менән йыл алмашынған сихри мәлдә бай йөкмәткеле, сағыу программа көтә. Тышта әле ноябрь аҙағы, ә телевидение студияһында Яңы йыл кәйефе хөкөм һөрә. Эстрада йондоҙҙары яңы йырҙарын башҡара, ә залда йыл дауамында юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән хеҙмәт алдынғылары, улар тамашасыларға изге теләктәрен еткерә.

Студияла тиҫтәнән ашыу оператор эшләй. Тапшырыу нигеҙендә бик мауыҡтырғыс тарих ята, өс Лилиә үткән тормошҡа барып эләгә, уларҙың мажараларын Башҡортостан юлдаш телевидениеһының Яңы йыл тамашаһында ҡарарға мөмкин.

Дилара Зарипова, проект етәксеһе: “Беҙҙең сағыу студияла республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә йәшәүсе алдынғы кешеләр йыйылған. Билдәле эстрада йондоҙҙары иң шәп музыкаль номерҙарын әҙерләгәндәр”.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Яңы йыл бүләге әҙерләй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд