Музыканы бергә тыңлайбыҙ

Музыканы бергә тыңлайбыҙ https://bash.news/news/84844_muzykany_berg_tylajby
24 ноя 2018, 23:21

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ошондай проект тормошҡа ашырыла. Уның сиктәрендә ғаиләләр, бала көткән ҡатындар өсөн концерттар ойошторола. Һәр тамаша бер-береһенән программаһын менән айырылып тора. Бөгөнгө орган музыкаһы концерты иһә йөклө ҡатындар өсөн.

Уңайлы йомшаҡ мендәрҙәр, гимнастика өсөн туптар, йомшаҡ келәмдәр. Тамаша залы ял бүлмәһен хәтерләтә. Бында музыканы ултырып ҡына түгел, ятып тыңларға ла мөмкин. Евгения Алферова тәүге сабыйын көтә, баланың матурлыҡҡа һөйөүе әсә ҡарынында ярала, тигән фекерҙә ул.

Евгения Алферова, тамашасы: “Кисә генә дауахананан сыҡтым да ошо концерт хаҡында ишетеп ҡыуанып килдем. Залға инеп ултырғайным сабыйым эстә тынысһыҙлана, тибә башланы. Уңайлы итеп ятҡас минең менән бергә рәхәтләнеп музыка тыңланы. Классик көйҙәр нервы системаһына ыңғай йоғонто яһай тип уйлайым”.

Концертта кеше күп түгел, был аңлашыла, бөгөнгө классик музыка концерты сабый көткән йөклө ҡатындар өсөн. Тамашаға тормош иптәштәре, әсәләре менән килеүселәр ҙә бар.

Музыканы бергә тыңлайбыҙ" филармонияның иң үҙенсәлекле проекттарының береһе. Төрлө жанрҙа ойошторолған концерттарҙы тамашасылар көтөп ала.

40 минут дауам иткән орган музыкаһы концерты һиҙелмәй ҙә үтте. Тамаша сабый көткән гүзәл заттарға онотолмаҫ тәьҫораттар, яҡшы кәйеф бүләк итте. Ҡарындағы ошо сабыйҙар киләсәктә билдәле сәхнә оҫталары булып китмәҫ тимә, тип шаярта әсәләр. Сөнки уларҙың күңеленә музыкаға һөйөү әле үк һалына.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Музыканы бергә тыңлайбыҙ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество