Бөгөн Өфөлә "Бәхетле тормош" фестивале үтте

Бөгөн Өфөлә "Бәхетле тормош" фестивале үтте https://bash.news/news/84846_bgn_fl_bxetle_tormosh_festivale_tte
24 ноя 2018, 23:25

Сарала пенсия алды йәшендәгеләр һәм хаҡлы ялдағылар шәмбене бергә үткәрҙе. Өлкән йәштәгеләрҙең таланттарын асыу, уларға яңы шөғөл табыуҙа ярҙам итеү маҡсатын ҡуйған фестиваль сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды, ҡатын-ҡыҙҙар сигергә, бәйләм бәйләргә, Яңы йыл өҫтәлен биҙәргә өйрәнде, кондитер серҙәренә төшөндө.

Ир-егеттәр шахмат, шашка турнирында ҡатнашты. Цигун гимнастикаһын үҙ итеүселәр хәҙер дөрөҫ тын ала, быуындарына күнекмә яһай белә. Шулай уҡ гүзәл заттар бачата бейеүе хәрәкәттәренә лә өйрәнде. Концерт программаһы сиктәрендә вокал, йыр-бейеүгә маһирлығын күрһәтеүселәр ҙә булды.

Лариса Стрельникова: “Беҙ бөтәбеҙ ҙә бейергә яратабыҙ, ә ҡатын-ҡыҙ дөрөҫ хәрәкәт итергә, үҙен һәр ваҡыт формала тоторға тейеш. Ҡыш буш ваҡыт күп, шуға ошондай сараларҙың ойошторолоуын хуплайым. Дуҫтарым, элекке коллегаларым да килде”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Бөгөн Өфөлә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество