Башҡорт дәүләт университеты студенттары гер күтәреүҙә иң көслөһө

Башҡорт дәүләт университеты студенттары гер күтәреүҙә иң көслөһө https://bash.news/news/84847_bashort_dlt_universitety_studenttary_ger_ktre_i_ksl
24 ноя 2018, 23:26

Өфөлә республика универсиадаһы башланды. ВУЗ-дарҙа белем алыусы йәштәр уҡыу йылы дауамында спорттың өс тиҫтәгә яҡын төрөндә еңеүселәрҙе асыҡлаясаҡ.

Еңел атлетика, волейбол, баскетбол, рус лаптаһы менән бер рәттән был исемлеккә гер күтәреү ҙә ингән. Ошо спорт менән шөғөлләнеүсе егет-ҡыҙҙар баш ҡалаға йыйылды. Ярыш йомғаҡтары буйынса Башҡорт дәүләт университеты студенты Илсур Шакиров беренсе урын яуланы.

Ә бына ҡыҙҙар араһында Наилә Ғәлинаға етеүсе табылманы. Буласаҡ ауыл хужалығы белгесе 16 килограмлыҡ герҙы 185 тапҡыр күтәрҙе. Дөйөм команда беренселегенә килгәндә, Башҡорт дәүләт университеты студенттары еңеүсе булды. Икенсе, өсөнсө урындарҙы аграр һәм нефть-техник университеттары бүлеште.

Автор: Илдар Байбулатов.

Башҡорт дәүләт университеты студенттары гер күтәреүҙә иң көслөһө

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд