Мәскәү — Екатеринбург юғары тиҙлекле тимер юлы магистрале Башҡортостан аша үтәсәк

Мәскәү — Екатеринбург юғары тиҙлекле тимер юлы магистрале Башҡортостан аша үтәсәк https://bash.news/news/84848_msk_ekaterinburg_yuary_tilekle_timer_yuly_magistrale_bashortostan_asha_tsk
24 ноя 2018, 23:41

Өфөнөң көнсығыш сығыу юлы дәүләт экспертизаһын үтте һәм Стәрлетамаҡтан һуң Р-240 трассаһы дүрт һыҙатлы буласаҡ. Был Рәсәй траспорты 12-се халыҡ-ара форумының республика өсөн ҡыҫҡаса һөҙөмтәләре. Был аҙнала Радий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһы Мәскәүҙә эшләне. Белгестәр фекеренсә , форум республиканың транспорт инфраструктураһын камиллаштырыу йәһәтенән емешле булды.

Башҡортостандың баш ҡалаһы "Евразия" юғары тиҙлекле тимер юл транспорты коридорына индерелде. 9 мең саҡырымға һуҙылған магистраль Берлин, Мәскәү һәм Пекин ҡалаларын тоташтырырға тейеш. Күләмле проект өлөшләтә ғәмәлгә ашырыла. Мәскәү-Екатеринбург юғары тиҙлекле тимер юлы шуның бер өлөшө. Өфөнө буласаҡ магистраль маршрутына индереү мәсьәләһе буйынса Радий Хәбиров Рәсәй тимер юлдары идараһы рәйесе Олег Белозеров менән фекер алышты. Күҙалланыуынса, электропоезд сәғәтенә 360 километр тиҙлектә хәрәкәт итәсәк. Республика етәксеһе әйтеүенсә, төбәк ваҡыт һәм күп аҡса талап иткән эште планлаштырыуға бөгөндән тотона.

Осрашыуҙа Өфө тимер юл вокзалын төҙөкләндереү мәсьәләһе лә күтәрелде. Был тарафта барлыҡ эштәрҙе республиканың 100 йыллығына тамамлау ҡарала. Төбәк етәксеһе шулай уҡ йөк составтарын Өфөнө урап үткәреү тәҡдимен дә индерҙе. Был сара баш ҡала тимер юлдарын бушатыу һәм ҡала яны йүнәлешен үҫтереү мөмкинлеген бирәсәк. "Урал легендаһы" проектын финанслауға федераль ярҙам бүлеү. Был иһә республиканың тау саңғыһы курортттарына һәм хозур тәбиғәтле төбәктәргә туристар ағымы арта, тимәк, иҡтисади йәнлелек арта тигән һүҙ.

Стәрлетамаҡтан һуң Өфө-Ырымбур трассаһын киңәйтеү ҙә заман талабы. Йылдан-йыл Р-240 автомагистралендә транспорт ағымы арта ғына. Әммә юл хәүефһеҙлек талаптарына бөтөнләй тап килмәй тиергә мөмкин. Бигерәк тә Стәрлетамаҡты үткәс ул тарая, йөк һәм пассажир траспортын үткәреү һәләте кәмей. Форум сиктәрендә Роставтодор етәксеһе Андрей Костюк менән осрашыу үтте. Стәрлетамаҡтан һуң юлды 4 һыҙатлы итеп төҙөкләндереү тураһында уртаҡ фекергә киленде. Төҙөкләндереү эштәре тулыһынса федераль ҡаҙнанан финансланасаҡ.

Андрей Костюк менән шулай уҡ Өфө-аэропорт юлын федераль милеккә күсереү башланғысы ла ҡаралды. Р-240 автомобиль юлының бер өлөшө булған трассаны Росавтодор ҡарамағына күсереү уны тәртиптә тотоуға киткән сығымдарҙы федераль ҡаҙнаға күсереү тигәнде аңлата. Өфөнөң Көнсығыш сығыу юлы дәүләт экспертизаһын уңышлы үтеүе тураһында ҡарар ҙа форум барышында раҫланды. Тимәк, күләмле төҙөлөштө артабан дауам итеү өсөн бюрократик кәртәләр башҡа юҡ.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Мәскәү — Екатеринбург юғары тиҙлекле тимер юлы магистрале Башҡортостан аша үтәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд