Туймазыла ҡапма-ҡаршы ике стихия – эсәр һыу менән ялҡынлы ут бергә ҡушыла

Туймазыла ҡапма-ҡаршы ике стихия – эсәр һыу менән ялҡынлы ут бергә ҡушыла https://bash.news/news/84851_tujmazyla_apmaarshy_ike_stixiya_esr_yu_menn_yalynly_ut_berg_ushyla
24 ноя 2018, 23:54

Һыуһыҙ интегеүселәр өсөн был күренеш иблес һынауына тиңдер,әммә уға аңлатма ябай ғына. Һыуҙа нефть ҡалдыҡтары бар. Йыраҡ түгел генә Ыҡ йылғаһы аға, күлдәр, һыуһаҡлағыстар ҙа бар, әммә халыҡ таҙа һыуға сарсап йәшәй. Нефтселәр үҙ ғәйебен таныған кеүек халыҡҡа һыу ташып эсерә лә ул. Тик йәшәү сығанағы кешенең үҙенә лә етмәй ҡала. Ауыл кешеһенә мал да тотор кәрәк. Ҡыҫҡаһы һыу бәләһе ысынлап та утлы-ялҡынлы бында.

Һыу түгел – яғыулыҡ, шырпы төртһәң дөрләп тоҡанырға тора. Ғәфүр ауылында ҡоҙоҡтар заправкалау станцияһы һымаҡ, скважиналарҙан эсәр һыу урынынына нефть ҡалдыҡтары ҡатнашмаһы сыға. Әлбиттә, бөтә ихаталарҙа ла түгел. Әммә, экспертиза һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, ҡара алтын миҡдары күптәрҙең һыуында норманан юғары.

Рәшиҙә Вәлиева, Ғәфүр ауылында йәшәүсе: “Ҡоҙоҡ ҡаҙғанда уҡ ошондай һыу сыҡты. Бында нормаға ҡарағанда нефтепродукттар 72% артыҡ, нейтраттар ун тапҡырға артыҡ, һыу ҡаты. Уны эсергә лә ярамай, малға бирергә лә ярамай, баҡсаға һибергә лә ярама".

Ғәфүрҙә һыу проблемаһы 7 йыл элек башлана. 2010 йылдағы ҡоролоҡтан һуң ҡоҙоҡтарҙа һыу юғала, ҡалғанында ла тәме үҙгәрә, бензин еҫе килә башлай. Халыҡҡа эксперттар ярҙамына мөрәжәғәт итә. Тикшереүҙәр был һыу тотоноуға бөтөнләй яраҡһыҙ тигән ҡарар сығара. Ололар фекеренсә, бәлә башы 60-сы йылдарға барып тоташа, ул ваҡытта торбаларҙағы ҡалдыҡтар ергә һиптерелә, ауыл янында нефть күләүектәре барлыҡҡа килә.

Мирғәсим Төхвәтшин, Ғәфүр ауылында йәшәүсе: “Ауылда 65 йыл йәшәйем. Ауыл башында газопровод үткән ине. Унан ике торба сыға ине, шунан зарарлы матдәләр сыға ине".

Әле ауылға нефтселәр тарафынан аҙнаһына ике тапҡыр һыу ташыу ойошторолған, тик машина эш ваҡытында килә, күптәр өйҙә булмай. Икенсенән, һыуҙы йыйып ҡына еткерерлек түгел. Бигерәк тә йәй көндәре, үҙеңә лә, малға ла, баҡсаға ла кәрәк.

Ғәфүрҙәр һыу артынан тау аҫтындағы ошо инешкә лә йөрөй. Әммә ауыл эргәһендәге бар тирә-йүн нефть ҡалдыҡтары менән һуғарылған төҫлө. Ер ҡуйынынан сыҡҡан ошо шишмә һыуынан да бензинмы, газмы еҫе килә. Ауыл халҡы әйтеүенсә, әле был һыу ҙа тикшереүгә ебәрелгән.

Ете йыл дауамында Ғәфүрҙәр тапамаған тупһа ҡалмай, улар төрлө кимәлдәге етәкселәргә мөрәжәғәттәр яҙа, ҡабул итеү бүлмәләренә йөрөй, әммә һөҙөмтәһеҙ. Һыу проблемаһы хәл ителмәй, халыҡ яфаланып йәшәүен дауам итә.

Ауылда 500-гә яҡын йорт иҫәпләнә, мең ярым тирәһе кеше йәшәй. Сараһыҙлыҡтан Ғәфүрҙәр халыҡ иҫәбенә проект яһатырға хәл итә. Документтың хаҡы 2 миллион һумдан ашыу, әле бер миллионы түләнгән, һәр бер ғаилә 5-10 мең һум аҡса биргән. Тағы миллион тирәһе бурыс ҡалған. Ошо көндәрҙә генә боҙ урынынан ҡуҙғалды тип әйтергә була. Радий Хәбиров проблеманы шәхсән күҙәтеүгә алған.

Һыу — йәшәү сығанағы. Киләһе йыл урамдарға һыу торбалары үтер тип көтөлә. Тик Ғәфүрҙәр һыуҙы еҫкәгәндән, тәмләгәндән һуң ғына ҡулланыу ғәҙәтен оҙаҡ ташламаясаҡ әле. Йылдар дауамында ул тормош рәүешенә әйләнгән.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Туймазыла ҡапма-ҡаршы ике стихия – эсәр һыу менән ялҡынлы ут бергә ҡушыла

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд