Илдә трансплантология ҡануниәтендә үҙгәрештәр көтөлә

Илдә трансплантология ҡануниәтендә үҙгәрештәр көтөлә https://bash.news/news/84852_ild_transplantologiya_anunitend_greshtr_ktl
24 ноя 2018, 23:58

Йәмәғәтселек ҡарамағына донор ағзалары алыу һәм күсереп ултыртыу менән шөғөлләнәсәк медицина учреждениелары исемлеге сығарылды. Реестрҙа баш ҡаланың ете дауаханаһы бар. Закон проекты кешенең иҫән сағында уҡ донор булыу теләген билдәләүҙе күҙ уңында тота. Риза булыусыларҙың регистры төҙөләсәк һәм документтарында ла махсус билдә ҡуйыу ҡаралған. Ошо рәүешле илдә донор ағзаһына мохтажлыҡты күпкә кәметеү күҙаллана. Үлемдән һуң яңы тормош хаҡы нисек? Яҡты донъя менән хушлашҡандан һуң кеше ғүмерен ҡотҡарырға әҙербеҙме?

Илнараға донор бөйөрөн өс йыл көтөргә тура килә. Трансплантологияла был ваҡыт күп түгел, ти белгестәр. Ҡыҙға тура килгән ағза табылыу менән операция яһала. Бер нисә көндән ул тулы тормош менән йәшәй башлай һәм башҡа бер ваҡытта ла диализ аппаратына әйләнеп ҡайтмаясаҡ. Көн һайын тиерлек яһалма бөйөр ҡоролмаһы ярҙамында ҡанды таҙартып тороу, 4-әр, 5-әр сәғәт процедуралар үтеү тораһында хәҙер ниһайәт, оноторға ла мөмкин.

Илнара Әлмөхәмәтова, пациент: “Мин аҙнаһына өс тапҡыр диализға йөрөй торғайным. Ауыр булды. Шуға килдем трансплатацияға. Кеше һымаҡ йәшәргә, дауаханаға бәйле булмаҫҡа теләйем. Хәҙер барыһы ла яҡшы, анализдар ҙа һәйбәт”.

Бөйөр сире менән яфаланыусылар ярты ғүмерен тиерлек диализ бүлмәһендә үткәрә. Яһалма ағза аппараты улар өсөн берҙән-бер йәшәү сығанағы. Ҡоролмаға бәйле пациенттар үҙҙәрен һәр ваҡыт иҫерек, йә температураһы ҡырҡ градусҡа тиклем күтәрелгән кеүек хис итә. Ике генә процедураны ҡалдырғанда ла - кеше өсөн үлемесле.

Донор ағзаһы күсереп ултыртыу ауырыуҙарға икенсе тыуған көнгә тиң. Ә ҡатын -ҡыҙҙар өсөн яңы ғүмер башланғысы ла. Донор бөйөр ҡуйылғанда улар әсәлек бәхетен дә кисерә аласаҡ.

Быйыл ғына Башҡортостан табиптары бөйөр трансплантациялау буйынса 34 операция уҙғарған, күрһәткестәр яҡшы - 98 процент осраҡта кеше организмы сит ағзаны ҡабул иткән. Бынан тыш, медицина учреждениеларында өс кешегә донор бауыр күсереп ултыртыла, ике пациент күкрәгендә хәҙер башҡа кешенең йөрәге тибә. Әммә донор ағзаларға мохтаждар һаны тағы ла күберәк! Уларҙың 200-ән ашыу кеше. Бар бәлә - Рәсәйҙә трансплантология ныҡлы үҫешмәүгә бәйле. Эске органдарҙы күсереп ултыртыуға халыҡтың ҡарашы ла бер төрлө генә түгел.

Рифат Нуриәхмәтов, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш трансплантологы: “Йәмәғәтселек әҙер түгел, сөнки ғаиләләрҙә беҙ был турала һөйләшмәйбеҙ, беҙ уның тураһында уйламайбыҙ ҙа. Донор ағзалар күберәк булһа, беҙ, әлбиттә, күберәк операциялар яһай алабыҙ, күберәк кешеләрҙе яңы юлға ҡуя алабыҙ. Гемодиализдан арындыра алабыҙ. Кемгә бауыр, йөрәк күсереп ултыртыла - уларҙы үлемдән ҡотҡара алабыҙ. Трансплантация, ағзаларҙы күсереп ултыртыу - юғары технологиялы операция. Барлыҡ ҡорамалдар, белгестәр ҙә бар”.

"Кеше органдарын йәки күҙәнәктәрен трансплантациялау тураһында"ғы закон буйынса Рәсәйҙә ризалыҡ презумцияһы эшләп килә. Уға ярашлы, һәр кеше иҫән сағында үҙ теләген әйтеп ҡалдырмаған булһа, донор булырға риза.

Ирина Николаева, Республика кардиология үҙәге баш табибы: “Шуны аңларға кәрәк - бер кем дә теге донъяға эске органдарын алып китмәй. Ә бына улар ярҙамында башҡа кешеләрҙең ғүмерҙәрен ҡотҡарып ҡалырға мөмкин. Яҡыны фажиғәгә тарып, әхлаҡи яҡтан ауыр хәлгә эләккән туғандары ла икенсе кешегә сәләмәт тормош бүләк итеүҙең мөһимлегенә аңлап ҡараһын ине”.

Донор булырға ризалыҡ биреүселәрҙең берҙәм регистры төҙөлгәндә, проблема төптән хәл ителер тип көтөлә. Кешенең теләге уның документтарында күрһәтеләсәк тип күҙаллана. Был турала паспортта яҙыу барлыҡҡа килеүе ихтимал. Өс йыл элек Башҡортостандың билдәле онкологы Шамил Ганцев та водитель таныҡлыҡтарына донор булырға ризалыҡ тураһында махсус билдә ҡуйырға кәрәк тигән башланғыс менән сыҡҡайны. Тәҡдим ул ваҡытта хуплау тапмай.

Шамил Ганцев, Башҡорт дәүләт медицина университетының онкология кафедраһы мөдире, Рәсәй йәмәғәт палатаһы ағзаһы, профессор: “Кешенең һәр ваҡыт ҡулында, янында буласаҡ универсаль документ тураһында уйларға кәрәк. Көнсығышта татуировка, значоктар ҡулланыла, автомобилдәрендә ниндәйҙер мәғлүмәт ҡалдыралар. Минеңсә, был дөрөҫ ҡарар. Үлгәндән һуң да кемгәлер ярҙам итергә була. Сит илдәрҙә был йәһәттән ҙур эш башҡарыла. Шуға күрә Рәсәйҙәге был закон проектын да хуплап сығырға кәрәк”.

Шулай ҙа медицина киләсәге - күҙәнәктәр донорлығында, ти белгестәр. Шамил Ганцев Башҡортостанда биобанк системаһын барлыҡҡа килтереү яҡлы. Ул ваҡытта эске органдарҙы трансплантациялау тураһында баш ватырға кәрәкмәйәсәк. Әйтәйек, Ҡытайҙа 22 йәшлек пациент маңлайында танау үҫтереп һуңынан кәрәкле ергә күсереп ултырталар. Әммә бындай уңышлы осраҡтар бармаҡ менән генә һанарлыҡ.

Дүрт йыл эсендә генә Башҡортостандың кардиология үҙәге табиптары 16 пациенттың күкрәгенә икенсе кешенең йөрәген күсереп ултырта. Алексей Алмазовтың ғүмерен дә донор йөрәге һаҡлап ҡала. "Яңы ағза менән холоҡ-фиғелем үҙгәрмәне, өҫтәмә һәләттәрем генә асыла,"- тип шаярта ул хәҙер.

Алексейға быға тиклем йөрәк камералары киңәйеү диагнозы менән интеккән, 23 йәшлек егет үлем сигендә була. Бәхетенә, донор ағзаһы табыла. Хәҙер ике бала атаһы ғүмеренең һәр секундының ҡәҙерен белеп йәшәй.

Бөгөн донорлыҡҡа һәр кемдең үҙ ҡарашы. Берәүҙәр йылына өс-дүрт тапҡыр ҡан тапшыра, икенселәр яҡын туғанына бөйөрөн күсереп ултыртырға ризалыҡ бирә. Был мәрхәмәтлек күренештәрен ситтән генә күҙәтеүселәр, ҡырҡа ҡаршы булыусылар ҙа юҡ түгел. Нисек кенә булмаһын, изге күңелле кешеләрҙең күберәк булыуы медицинаны алға әйҙәй ҙә инде.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина, Айнур Кәбиров.

Илдә трансплантология ҡануниәтендә үҙгәрештәр көтөлә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество