Сәләмәтлек беренсел медицина ярҙамынан башлана

Сәләмәтлек беренсел медицина ярҙамынан башлана https://bash.news/news/84853_slmtlek_berensel_medicina_yaramynan_bashlana
25 ноя 2018, 00:04

Тик медицина үҙе үк яҡлауға мохтаж. Төпкөлдәрҙә тәүге ярҙамды күрһәтеү өсөн генә лә дүрт йөҙгә яҡын белгес етмәй. Фельдшер -акушер пункттары иҫкергән. Күп осраҡта тәү медицина шул фельдшерҙарҙың үҙ эшен яратыуы, Гиппократ антына тоғро ҡалыуы арҡаһында ғына аҫылынып тора.

Улар халыҡ өсөн ашығыс ярҙам, окулист, отоларинголог, хатта хирург һәм психиатр ҙа. Һаулыҡҡа ҡағылышлы ниндәй генә һорау булмаһын, ауыл кешеһе шул фельдшерға бара. Ә ул баш тарта алмай, сөнки ауырыу өсөн ул табип. Һин бит табип!!! һәм юҡ тип өндәшеп ҡара.

Һәр һөнәр кешенән тәрән белем һәм оҫталыҡ талап итә. Ә медицинала был сифаттарҙан тыш, кешеләрҙе ярата белеү, шәфҡәтлелек кеүек сифаттар ҙа мөһим. Пациенттарҙа ҡайһы саҡ ауырыу шул тиклем көслө була – үҙеңде ҡайҙа ҡуйырға ла белмәйһең. Шундай саҡта ярҙамға фельдшер ашыға.

Артур Хәбибуллин был һөнәрҙә осраҡлы кеше түгел. Ул ғаилә династияһын дауам итә. Бәләкәй сағында уҡ участка табибы булып эшләгән атаһы Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Әнүәр Ғәзиз улына эйәреп бергә саҡырыуҙарға йөрөй. Табип эшенең яуаплы ла, ауыр ҙа һөнәр икәнлеген атаһы өлгөһөндә белеп-күреп үҫә.

Артур Хәбибуллин ҡарамағында Родниковка һәм Ҡорманай ауылдарында йәшәгән 1061 кеше. Рәйхан Раянова ғүмере буйы колхозда эшләгән. Күптән түгел тормош иптәшен һуңғы юлға оҙатҡан. Шәкәр сире менән яфаланған ханым фельдшер Артур Әнүәр улы йөҙөндә үҙенең хәлен еңеләйтеүсе тылсымсыны күрә.

Мәктәп уҡыусыһымы, хаҡлы ялдағы өлкән быуын вәкилеме -фельдшер Артур Хәбибуллин һәр пациентты иғтибар менән ҡарай, күңелен күтәрерлек, хәлен еңеләйтерлек һүҙҙәр таба.

Артур Хәбибуллин, Миәкә үҙәк район дауаханаһының Родниковка фельдшер-акушер пункты мөдире: “Медицинаны яратам, шуға эшләйем. Атайымдың табип булыуы ярҙамға килде. Уҡыған саҡта ярҙам итеп торҙо”

Миәкә районында 41 фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Уларҙың 7-һе үҙәк район дауаханаһы ҡарамағында, 34-е арендаланған бинала медицина хеҙмәте күрһәтә. Родниковка һәм Яңы Ишле ФАП-тары иҫке биналарҙа урынлашҡан. Икеһенә лә һалынғандан алып капиталь ремонт үткәрелмәгән, уларҙы медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу ҙа көнүҙәк мәсьәлә.

Үҙәк район дауаханаһы баш табибы белдереүенсә, 13 ФАП-ҡа капиталь ремонт талап ителә. Ике ауылда модулле ФАП урынлашасаҡ һәм медицина ҡорамалдарына ревизия үткәрелеп яңыларына заявка биреләсәк.

Илшат Ғилемйәнов, Миәкә үҙәк район дауаханаһы баш табибы: “Капиталь ремонт үткәрер өсөн барлыҡ документтар әҙерләнгән”.

Миәкә районы ауылдарында йәшәгән халыҡ һәр дәүерҙә белемле, үҙ эшенең оҫтаһы булған медицина хеҙмәткәрҙәренә күҙ терәп торған. Ауыл фелдьшерын хатта, тейешле хеҙмәт шарттары булмауы һәм бәләкәй эш хаҡы ла яратҡан һөнәренән биҙҙерә алмай. Улар йылдың дүрт миҙгелендә буран, ямғырға ҡарамай, халыҡҡа ярҙам итергә ашыға, сөнки улар Гиппократ антына тоғролоҡ һаҡлай.

Миәкә районында 38 фельдшер ауыл-ҡасабаларҙа йәшәгән кешеләр һаулығы һағында тора. Улар бөтәһе лә үҙ эшен намыҫ менән, ихлас башҡара. Әммә фельдшер -акушер пункттарын заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу һәм капиталь ремонт үткәргәндә медицина менән хеҙмәтләндереү сифаты ла күпкә яҡшырасаҡ.

Автор: Гүзәл Борханова.

Сәләмәтлек беренсел медицина ярҙамынан башлана

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд