Мутлашыусылар яңы кимәлгә күтәрелә

Мутлашыусылар яңы кимәлгә күтәрелә https://bash.news/news/84854_mutlashyusylar_yay_kimlg_ktrel
25 ноя 2018, 00:12

Алдашыу алымдары көндән-көн кешенең күңеленә нығыраҡ үтеп инә. Сөнки тойғолар ни тиклем тәрәнерәк уйнала, шул тиклем ышанып бара мутлашыусылар ҡорбандары. Әммә был тиклем дә изге тойғоларға ҡағылырҙар тип көтөмәйгәнек. Аферистар яуҙа башын һалған ата-бабаларҙың рухын ҡуҙғытырға ла тартынмай. Тема дауамы беҙҙең сайтта.

Фронттан ебәрелгән фотоһүрәткә капитан Усманов 1944 йылдың февралендә төшкән. Архив справкаһында ла уның үлеме тураһында приказ яҙылмаған. Нисә йыл билдәһеҙлектә йәшәгәндән һуң, эҙләнеүҙәрҙең осона сыға алмағанда телефон шылтырай.

Мансур Усманов, Рысаян Усмановтың ейәне: “Тегендә 1943 йылда үлгән тип яҙылған, фото 1944 йылда ебәрелгән. Беҙ нимәгә ышанырға ла белмәйбеҙ. Тегенән шылтыратып, туғандарығыҙҙы таптыҡ, Калининград өлкәһендә блиндажда 25 кешене таптыҡ, бөтә ҡағыҙҙары үҙҙәре менән, олатайығыҙ ҙа шунда, тигәс ышандыҡ”.

Бер нисә көндән һуң, үҙҙәрен эҙәрмәндәр тип таныштырған әҙәмдәр яугирҙың һөйәк ҡалдыҡтарын, орден-миҙалдарын да посылка менән ебәрәсәктәрен белдерә. Һуңынан, бөтөнләй үҙҙәре алып килергә теләүҙәрен хәбәр итә. Юл өсөн бензин ҡойоу шарты менән. Өҫтәүенә, улар бер ыңғай Шаран районына һуғылыуҙарын әйтә. Йәнәһе лә, ҡаҙыныу эштәре барышында табылған 25 һалдат араһында ике кешенең Башҡортостандан булыуы асыҡланған.

Мансур Усманов, Рысаян Усмановтың ейәне: “Документ яһауға аҡса һоранылар, бензинға аҡса һоранылар. Ҡаҙанға еттек, бензин бөттө тигәс аҡса ебәрҙек, Башҡортостанға еттек, бензин бөттө, тигәс тағы аҡса күсерҙек, аҙаҡ тәгәрмәс шартланы тип аҡса һоранылар. Өфөлә тағы заправкаға аҡса бирҙек. Инйәрҙә машинаның бер трубкаһы боҙолған, шуға бензин күп китә, тағы яғыулыҡ кәрәк тигәс тағы ҡойҙоҡ”.

Һуңынан, улар Белорет районының Инйәр ҡасабаһында, унан һуң Сермән ауылына етеүҙәрен хәбәр итә. Унда иһә машиналары боҙолоуын әйтә. Ни бары ошо урында Усмановтар шикләнә башлай. Ҡаршы барырға теләк белдергәс ялған эҙәрмәндәр менән бөтөнләй бәйләнеш юғала. Өфөнән ҡайтып килгән яҡындарының да Сермәнгә туҡтап, сәғәт ярым эҙләүҙәре һөҙөмтә бирмәй. Кәкре ҡайынға терәтеүҙәре асыҡлана. Ә бит һалдаттың ҡайтыуын тотош район халҡы көтә. Митинг программаһы әҙерләнә, залп биреү өсөн хәрбиҙәр саҡырыла. Барыһы ла юҡҡа булып сыға. Атаһы фронтҡа алынғанда Марс Усмановҡа ни бары алты ай ғына була. Ете тиҫтә йылдан һуң, яҡын кешеһенең рухын ошо рәүешле ҡуҙғатыуҙарына йәне әсенә.

Асыҡланыуынса, мутлашыуҙың бындай төрө быйыл тарала башлаған. Илдә алдаҡсылар тоҙағына тиҫтәләрсә кеше эләккән. Барыһы ла бер үк схема менән эш иткән. Яҡындарының һөйәктәрен, миҙал-ордендарын тыуған яғына еткереү өсөн аҡса һораған. Әйткәндәй, Әбйәлилдән тыш, Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе ғаиләне лә алдауҙары тураһында хәбәр бар.

Ватан һуғышы осоронда хәбәрһеҙ юғалған яҡынығыҙҙы таптыҡ тигән хәбәр килгәс тә, мәғлүмәттең ысынбарлығына тап килеү-килмәүен тикшереү мотлаҡ. Бының өсөн "Мемориал" тип аталған рәсми сайтҡа мөрәжәғәт итеү ҙә етә. Йә булмаһа, Рәсәйҙең һәр төбәк эҙәрмәндәре бүлексәһе вәкилдәренең телефон һандары бирелгән.

Ғөмүмән, белгестәр ниндәй генә аҡылға һыймаҫлыҡ хәбәр булмаһын, уның дөрөҫлөгөн тикшереү кәрәклеген билдәләй. Һуңынан, үкенерлек булмаһын өсөн. Ә инде 70 йылдан ашыу билдәһеҙлектә йәшәгән Усмановтар яҡындарының рухын аят менән тынысландырҙы.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Мутлашыусылар яңы кимәлгә күтәрелә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд