Радий Хәбиров Башҡортостандың Торлаҡ –коммуналь хужалығы министрын билдәләне

Радий Хәбиров Башҡортостандың Торлаҡ –коммуналь хужалығы министрын билдәләне https://bash.news/news/84878_radij_xbirov_bashortostandy_torla_kommunal_xuzhalyy_ministryn_bildlne
26 ноя 2018, 10:37

Республикала Торлаҡ-коммуналь хужалығының яңы министрын билдәләнеләр. Был вазифаны Михаил Киреев биләне.

Радий Хәбиров Башҡортостандың Торлаҡ –коммуналь хужалығы министрын билдәләне
Радий Хәбиров Башҡортостандың Торлаҡ –коммуналь хужалығы министрын билдәләне

Республика Хөкүмәтендә кадрҙар үҙгәрҙе. БР Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Михаил Киреев Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры итеп тәғәйенләнде. Был документҡа Төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Михаил Киреев 1975 йылда Стәрлетамаҡта тыуа. Һамар тимер юлдары транспорты инженерҙары институтын, БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалын тамамлай. Хеҙмәт юлын машинист ярҙамсыһы, мастер, инженер булып башлай. 2015–2017 й.й.- Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн, 26 ноябрҙә, 10.00 сәғәттә Республика Хөкүмәтендә тура бәйләнештә оператив кәңәшмә башланды. Видеобәйләнеш режимында ҡала һәм район башлыҡтары менән торлаҡ-коммуналь хужалығы һорауҙары, юлдағы хәүефһеҙлек һәм аварияларҙа зыян һәм һәләк булыусылар һанын кәметеү саралары буйынса мәсьәләләр ҡараласаҡ.

Спутник FM
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд