Рәсәй властәре Өфөлә яңы Ағиҙел күпере төҙөлөшөн хупланы

Рәсәй властәре Өфөлә яңы Ағиҙел күпере төҙөлөшөн хупланы https://bash.news/news/84879_rsj_vlastre_fl_yay_aiel_kpere_tlshn_xuplany
26 ноя 2018, 10:58

Аҙна һайын ойошторолған кәңәшмәлә Радий Хәбиров Башҡортостандың уҙған аҙнала Мәскәүҙә үткән транспорт форумында ҡатнашыу һөҙөмтәһе тураһында һөйләне. Етәксе һүҙҙәренсә, эш сәфәре барышында бер нисә мөһим һорауҙар хәл ителә. Уларҙың береһе яңы Ағиҙел күперен төҙөүгә ҡағыла.

Рәсәй властәре Өфөлә яңы Ағиҙел күпере төҙөлөшөн хупланы
Рәсәй властәре Өфөлә яңы Ағиҙел күпере төҙөлөшөн хупланы

Радий Хәбиров республиканың Транспорт дәүләт комитетына күргәҙмә ойоштороуо өсөн рәхмәт белдерҙе. Төбәк Башлығы билдәләүенсә, осрашыу барышында Өфөлә яңы Ағиҙел күпере төҙөлөшө һорауын хәл итергә мөмкинлек тыуа. Был маҡсатта федераль ҡаҙнанан 2,5 млрд. һум аҡса бүленә. Радий Хәбиров, был йүнәлештә эште дауам итеү мөһимлеген билдәләп, һөйләшеүгә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафинды ла йәлеп итте.

Бынан тыш, республика власе Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын төҙөү проблемаһын да ҡуҙғата. Шулай уҡ, Рәсәй тимер юлдары етәкселеге менәнә эшлекле осрашыу үтә.

Спутник FM
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд