Өфөлә 69 асыҡ ҡоҙоҡ асыҡлана

Өфөлә 69 асыҡ ҡоҙоҡ асыҡлана https://bash.news/news/84880_fl_69_asy_oo_asylana
26 ноя 2018, 11:15

Ҡала властаре металлолом тапшырыу пунктарын тикшерәсәк. Тикшереү эше ике баланың асыҡ ҡоҙоҡҡа ҡолап төшөү осрағынан һуң башлана. Был осраҡтан һуң, ҡала властаре урындағы ҡоҙоҡтарға инвентаризация үткәрә.

Өфөлә 69 асыҡ ҡоҙоҡ асыҡлана
Өфөлә 69 асыҡ ҡоҙоҡ асыҡлана

Уҙған аҙнала Өфөлә ике бала асыҡ торған ҡоҙоҡҡа ҡолап төшә. Радий Хәбиров, был һорауҙы тиҙ арала хәл итергә кәрәк, тип билдәләй. Кәңәшмә барышында Өлфәт Мостафин белдереүенсә, ҡалала 100 меңдән ашыу ҡоҙоҡ иҫәпләнә, әлеге ваҡытҡа махсус комиссия тарафынан уның яртыһы тикшерелә. 69 ҡоҙоҡ асыҡ тип табыла.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, был системалы проблема. Халыҡтан металл ҡабул итеүсе бар пунктар тикшерелергә тейеш, тигән ҡарар ҡабул ителә. Күп осраҡта, финанс файҙа яғын ҡайғыртып, ҡоҙоҡ ҡапҡастарын урлайҙар. Төбәк Башлығы, ҡала властаренә прокурорҙар менән берлектә, ошондай пунктарҙы тикшерергә бойорҙо.

Спутник FM
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество