Мәләүез районында 69 йәшлек ҡатындың фатирына төшәләр. Уның һүҙҙәренсә, йортонан аҡса юғала. Тиҙҙән ғәйепләнеүсе асыҡлана.
Республиканың эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был көндө ҡатын өйҙә булмай. Уның утыҙ йәшлек ҡыҙы бер ирҙе ҡунаҡҡа саҡыра. Улар табын ҡора, унан һуң, 32 йәшлек ғәйепләнеүсе фатирҙа булған 11 000 һум аҡсаны урлай.
Урланған аҡсаны ул алкоголь һатып алыуға сарыф итә. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ирҙе яза көтә.
Фото: Интернет