Өфөлә балалар өсөн яңы медицина амбулаторияһы асыласаҡ

Өфөлә балалар өсөн яңы медицина амбулаторияһы асыласаҡ https://bash.news/news/84886_fl_balalar_sn_yay_medicina_ambulatoriyay_asylasa
26 ноя 2018, 14:59

Нуғай ауылында балалар амбулаторияһын урынлаштырыу эшенә тотондолар.

Өфөлә балалар өсөн яңы медицина амбулаторияһы асыласаҡ
Өфөлә балалар өсөн яңы медицина амбулаторияһы асыласаҡ

Октябрь районында бер юлы бер нисә йәш биҫтәнең үҫешенә иғтибар бүленә. Бынан ике йыл элек балалар өсөн медицина амбулаторияһын урынлаштырыу һорауы күтәрелә. Уҙған ял көндәрендә биләмәлә төҙөлөш өсөн тәүге свайҙар ҡаҙанылар. Амбулатория яңы балалар баҡсаһы янында урынлашасаҡ.

Ике сменала өс педиатр ҡабул итәсәк. Көнөнә яҡынса 45 бала ярҙам аласаҡ. Графикҡа ярашлы, төрлө белгестәр киләсәк. Бынан тыш, 320 урынлыҡ поликлиника төҙөү күҙаллана.

Спутник FM
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд