Республикала етем балаларҙы торлаҡ йорт менән тәьмин итмәйҙәр

Республикала етем балаларҙы торлаҡ йорт менән тәьмин итмәйҙәр https://bash.news/news/84887_respublikala_etem_balalary_torla_jort_menn_tmin_itmjr
26 ноя 2018, 15:22

Илеш районында дүрт етем бала торлаҡҡа мохтаж була. Законға ярашлы, улар бушлай фатир менән тәьмин ителергә тейеш. Әммә район хакимиәте мохтаждарҙы йәшәү урыны менән тәьмин итмәй.

Республикала етем балаларҙы торлаҡ йорт менән тәьмин итмәйҙәр
Республикала етем балаларҙы торлаҡ йорт менән тәьмин итмәйҙәр

Прокуратура хәбәр итеүенсә, 19 йәшлек ҡыҙ 11 йәшендә етем ҡала. Лицейҙы тамамлағандан һуң, ул таныштарында йәшәргә мәжбүр була. Законға ярашлы, етем балалар бушлай фатир алыуға эйә. Ике йыл дауамында ҡыҙ сиратта тора, әммә һөҙөмтәһе булмай.

Шулай уҡ, өс етем балаға ҡарата етешһеҙлектәр асыҡлана. Шул сәбәпле, прокуратура үҙ бурыстарын үтәргә бойора. Һөҙөмтәлә, дүрт балаға фатир тапшырыла.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд