Төбәктә бер аҙ ҡар яуыуы һәм еңелсә буран сығыуы ихтимал

Төбәктә бер аҙ ҡар яуыуы һәм еңелсә буран сығыуы ихтимал https://bash.news/news/84900_tbkt_ber_a_ar_yauyuy_m_eels_buran_syyuy_ixtimal
26 ноя 2018, 17:15

Шишәмбе, 27 ноябрҙә, Башҡортостан биләмәһендә болотло һауа торошо көтөлә. Көндөҙ һәм төнөн ҡар яуыуы, айырым райондарҙа еңелсә уран сығыуы ихтимал.Был хаҡта Башгидрометүҙәк белгестәре хәбәр итә.

Төбәктә бер аҙ ҡар яуыуы һәм еңелсә буран сығыуы ихтимал
Төбәктә бер аҙ ҡар яуыуы һәм еңелсә буран сығыуы ихтимал

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, юлдарҙың айырым өлөштәрендә боҙлауыҡ буласаҡ. Һауа температураһы төндә – 6, – 11 градус,көндөҙ – 7 градус. Ел көньяҡ-көнбайыштан, талғын.

«Алдағы ике көндә ҡар яуыуы, буран сығыуы көтөлә, юлдарға көрт һалыуыуы ихтимал. 29 ноябрҙә һауа температураһы бер аҙ түбәнәйәсәк», -тип хәбәр итәләр Башгидрометүҙәктән.

Спутник FM
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий