Хәүефһеҙ юлдар

Хәүефһеҙ юлдар https://bash.news/news/84920_xefe_yuldar
26 ноя 2018, 21:02

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн язаны көсәйтеү, ә видеокүҙәтеү ҡоролмаларын арттырыу мотлаҡ. Радий Хәбиров бөгөнгө оператив кәңәшмәлә аварияларҙы кәметеү өсөн барлыҡ сараларҙы күрергә бойорҙо. Сөнки юл һәләкәттәрендә ғүмере өҙөлгәндәр һаны арта. Бынан тыш, Башҡортостандың транспорт системаһын да байтаҡ яңылыҡтар көтә.

Кадрҙар ҡурҡыныс кинолағы һымаҡ, ике автомобилдән дә тимер өйөмө генә тороп ҡалған. Ә иң йәнде өшөткәне бер юлы 6 кешенең ғүмере өҙөлөүе. Авария Бөрө - Таҙтүбә - Һатҡы юлында теркәлә. "Лада Калина" ҡаршыға килгән "Богдан" автомобиленә барып төкөлә.

Линар Зиннуров, ЮХХДИ идаралығының пропаганда бүлеге хеҙмәткәре: “Юлдарҙы боҙлауыҡ ҡаплауы юл йөрөүселәр өсөн өҫтәмә хәүеф тыуҙыра. "Калина"ның тәгәрмәстәре ҡышҡыға алмаштырылмаған булған”.

Радий Хабиров Ҡариҙел районындағы юл фажиғәһендә әсәләре һәләк булған балаларға ярҙам күрһәтеү бурысын йөкмәтте. Аварияларҙың төп сәбәбе булып һауа шарттары түгел, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү тора. Ғәйеп тимер ат хужаларында ла, йәйәүлеләрҙә лә бар. Радий Хәбиров язаны көсәйтергә ҡушты.

Видеокүҙәтеү ҡоролмаларын арттырыу ҙа аварияларҙы кәметергә булышлыҡ итәсәк, әле республика юлдарында 224 камера тора. Сағыштырыу өсөн күрше Татарстанда 1 мең 400-гә яҡын. Радий Хәбиров ике йыл эсендә улар иҫәбен тейешле кимәлгән еткереү бурысын ҡуйҙы. Шулай уҡ юл фажиғәләре йыш теркәлгән 138 участка бар, уларҙың етәүһе генә федераль ҡарамаҡта. Был зоналар буйынса айырым эш алып барыу мотлаҡ, тине Радий Фәрит улы. Аварияларҙа үлем осраҡтары артыуын кәметеү өсөн бөтә сараларҙы ла күреү мөһим.

Өфөләге штраф туҡталҡаларының береһендә металл өйөмөнә әйләнгән автомобилдәргә ҡарап юл-транспорт фажиғәләренең күләмен, ниндәй эҙемтәләргә килтереүен күҙ алдына баҫтырырға мөмкин. Йыл башынан ғына республика 3 мең 500 тирәһе юл фажиғәһе теркәлгән, 500-ләп кешенең ғүмере ҡыйылған. Йәғни, һәр һигеҙенсе аварияла бер кеше һәләк була. Был һандар алдағы йыл менән сағыштырғанда, 5,4 процентҡа күберәк.

Хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеүҙән тыш, күләмле төҙөлөштәр ҙә ҡарала. Тәүгеһе Өфөнөң Воровский урамында Ағиҙел аша яңы күпер һалыу, 2 миллиард ярым аҡса "Росавтодор" тарафынан бүленә. Баш ҡаланан Көнсығыш сығыу юлы, Стәрлетамаҡтан урау трасса һалыу башлана. Бынан тыш, Өфө юғары тиҙлекле Мәскәү-Ҡазан-Екатеринбург тимер юлы магистраленә инә, йәғни илдең баш ҡалаһына 10 сәғәт эсендә барып етеү мөмкинлеге асыла. Вокзалды ла төҙөкләндереү көтөлә. Был ҡаҙаныштар республика етәкселегенең Мәскәүгә транспорт буйынса федераль аҙналыҡҡа эш сәфәре һөҙөмтәләре тип әйтергә мөмкин. 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән милли проект та төбәктәр өсөн киң мөмкинлектәр аса.

Транспорт обьекттарын төҙөү генә түгел, һаҡлау ҙа мотлаҡ, әле ауыр йөк машиналарының трассаларҙы сафтан сығарыуы күҙәтелә. Республикала ауырлыҡ контроле буйынса 22 пункт бар, Радий Хәбиров уларҙың иҫәбен дә арттырырға ҡушты.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Хәүефһеҙ юлдар

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий