Өфөлә асыҡ ҡоҙоҡтарҙы асыҡлау буйынса рейд үтте

Өфөлә асыҡ ҡоҙоҡтарҙы асыҡлау буйынса рейд үтте https://bash.news/news/84921_fl_asy_ootary_asylau_bujynsa_rejd_tte
26 ноя 2018, 21:05

Тикшереү барышында 69 хәүефле урын табылған. Әлегә йөҙ меңдән ашыу люктың яртыһы ғына тикшерелгән, шуға ла улар байтаҡҡа күберәк булыуы ихтимал. Оператив ултырыш барышында Радий Хәбиров мәсьәләне тиҙ арала хәл итеү өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдарын да йәлеп итергә ҡушты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы аҙна эсендә ябылмаған ҡоҙоҡтарға ике бала ҡолап төшә. Уларҙы ата-әсәләре һәм урамдан үтеп барыусылар ҡотҡара.

Черниковка биҫтәһенең Беренсе Май урамында йәшәүсе Мартьяновтар үткән ял көндәрен оҙаҡ онотмаҫ, моғайын. Ғаилә башлығы балалар санаһын алырға тип машинаһына барып әйләнгәнсе, 5 йәшлек Захар асыҡ ҡоҙоҡ эсенә ҡолай.

Сергей Мартьянов, Захарҙың атаһы: “Бала ҡурҡыуынан оҙаҡ һәйләшә алмай торҙо. Хәҙер улым башҡа бер ҡасан да люктарға баҫмайым ти”.

Малайҙы атаһы менән күршеләре тартып сығара. Сабый башын ауырттырған. Алдағы көндәрҙә Захарға невролог күҙәтеүе талап ителә.

Лариса Мартьянова, Захарҙың әсәһе: “Ҡар йәки ямғыр яуыуҙан был люктың ябыуы гел урынынан ҡуҙғала торғайны. Әммә уны килеп тикшереүсе, төҙәтеүсе булманы. Сара күңелһеҙ осраҡтан һуң ғына күрелә башланы”.

Икенсе хәл Пушкин урамында теркәлә. Соҡорға йәнә биш йәшлек малай олап төшә. Ҡото осҡан әсәгә үтеп барыусы студенттар ярҙамға килә. Малайҙың бил тәңгәленән умыртҡаһы һына. Әлеге осраҡтарҙан һуң баш ҡалала махсус рейд үтә. Тикшереү барышында 69 асыҡ люк табыла. Ҡоҙоҡтар өсөн яуаплы ойошмалар люктарҙың ҡапҡасын металлоломға һатыр өсөн урлаусылар күп тип белдерә.

Михаил Зеленковский, "Өфө һыу каналы" предприятиеһы техник директоры урынбаҫары: “Быйыл ғына 110 люк ҡапҡасы урланған. Улар канализация һәм һыу үткәргес ҡоҙоҡтары ҡапҡастары”.

Асыҡ люктар мәсьәләһе бөгөн Республика Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә күтәрелде. Төбәк етәксеһе мәсьәләне хәл итеүгә хоҡуҡ һаҡлау органдарын да йәлеп итеү тәҡдимен индерҙе. Шулай уҡ урланған люктарҙы ҡабул иткән ойошмалар ҙа күҙәтеүгә алынасаҡ.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Когда Уфа проверив 50 процентов обнаружила 69 открытых люков. Это говорит о массовом характере. Полагаю республиканские органы правопорядка должны помочь нам”.

Асыҡ люктар төрлө ойошмаларға ҡарай, шуға ла уларҙың хәүефһеҙлеге өсөн яуаплылар ҙа күп. Һәр хәлдә эре предприятие етәкселәре ябай кешеләр хәүефһеҙлеге тураһында алдан уйланырға тейеш. Ул саҡта балаларҙың соҡорға ҡолау осраҡтары ла булмаҫ ине. Өфөлә үткән рейдта ҡатнашыусылар ошондай һығымтаға килде.

Автор: Флорида Ким.

Өфөлә асыҡ ҡоҙоҡтарҙы асыҡлау буйынса рейд үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Банер уфимская волна