Төбәк телеканалдарын ниндәй яҙмыш көтә?

Төбәк телеканалдарын ниндәй яҙмыш көтә? https://bash.news/news/84922_tbk_telekanaldaryn_nindj_yamysh_kt
26 ноя 2018, 21:10

Федерация советы рәйесе Валентина Матвиенко төбәк телеканалдары яҙмышы тураһындағы мәсьәләне өйрәнергә ҡушты. Палатаның пленар ултырышында фән, мәҙәниәт һәм мәғариф буйынса комитет етәксеһенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова билдәләүенсә, яҡын киләсәктә аналог сигналды һүндереү төбәк телеканалдарын ҡатмарлы хәлдә ҡалдырасаҡ. Сөнки улар һанлы телевидение бушлай күрһәтеләсәк ике мультиплекс составына инмәгән.

Эфирҙа ҡалыу өсөн күп кенә каналдар күрһәтеләсәк хеҙмәттәрҙе тулы күләмдә ҡапларға мәжбүр буласаҡ. Әлбиттә, бәләкәй телекомпаниялар өсөн был күтәрә алмаҫлыҡ йөк, ә дәүләт уларға ярҙам итә алмай. Һанлы телевидиниеға күсеү менән аналог сигналды таратыуҙы субсидиялау программаһы ғәмәлдән сыға.

Лилиә Ғүмәрова, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары: “Региональные вещатели с болью говорят о том, что в праве на работу в цифровом диапазоне им фактически отказано. Они могут сохранить аналоговое вещание, но должны самостоятельно и в полном объеме оплачивать услуги распросторонения аналогового сигнала, который прекращает субсидировать федеральный бюджет. При этом тарифы на эти услуги не только предопределены, но и не регулируются федеральной антимонопольной службой”.

Автор: Илдар Байбулатов.

Төбәк телеканалдарын ниндәй яҙмыш көтә?

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа