Шаран районы Дүртөйлө ауылы советы ойошторолоуға йөҙ йыл

Шаран районы Дүртөйлө ауылы советы ойошторолоуға йөҙ йыл https://bash.news/news/84923_sharan_rajony_drtjl_auyly_sovety_ojoshtoroloua_j_jyl
26 ноя 2018, 21:13

Ошо уңайҙан мәҙәниәт йортонда байрам тантанаһы үтте, уҙған быуат тарихи ваҡиғаларына байҡау яһалды. Бөгөн Дүртөйлө ауылы биләмәһенә һигеҙ ауыл ҡарай, урында малсылыҡ, эшҡыуарлыҡ үҫешкән. Төрлө милләт халыҡтарын берләштергән төбәктә социаль объекттар ҙа уңышлы эшләп килә.

Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары тәжрибәле белгестәре менән дан тота. Мәҙәни усаҡтарҙа фольклор ансамблдәр, үҙешмәкәр коллективтар булдырылған. Сара сиктәрендә сәнғәткә ғашиҡтар йыр-бейеү аша тыуған яғына, ауылына һөйөүен еткерҙе.

Ләйсән Ғибәтова, Дүртөйлө ауылы биләмәһе башлығы: “Беҙҙең биләмәлә 1650 кеше йәшәй. Барыһы ла тырыша, өйҙәр төҙөй, мал-тыуар, ҡош-ҡорт үрсетә”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Шаран районы Дүртөйлө ауылы советы ойошторолоуға йөҙ йыл

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд