Мөмкинлектәр сикле түгел

Мөмкинлектәр сикле түгел https://bash.news/news/84924_mmkinlektr_sikle_tgel
26 ноя 2018, 21:15

Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылындағы "Ләйсән" балалар баҡсаһында мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн махсус төркөм асылды. Цребраль фалиждан, аутизмдан яфаланған ҡыҙҙар-малайҙар йөрөгән төркөмдә бәләкәстәр физик, психик яҡтан ныҡлап үҫешһен өсөн бөтә шарттар, уңайлыҡтар булдырылған.

Арыҫландың әсәһе улының һәр хәрәкәтен ҡыуанып күҙәтә. Өйҙә генә ултырып, үҙ-үҙенә йомолоп барған улы хәҙер тәрбиәселәрҙе тыңлап, тиҫтерҙәре менән бергә уйнап, ихлас аралаша. Луиза ханым балалар баҡсаһында асылған махсус төркөмдөң сабыйҙарға файҙаһы ҙур буласағына өмөт бағлай.

Луиза Вәлитова, Арыҫландың әсәһе: “Мөмкинлектәре сикләнгән балалар төркөмө булмағас, йөрөтмәнем. Сөнки баҡсала баламды кәмһетерҙәр, тип уйланым. Әле улым бик ҡәнәғәт, уға бында оҡшай”.

"Ләйсән" балалар баҡсаһында әлегә мөмкинлектәре сикләнгән 6 бала шөғөлләнә. Һәр береһенә төрлө диагноз ҡуйылған, шуға ла тәрбиәселәр ҡыҙҙар-малайҙар менән шәхси программа буйынса эшләй. Сәләмәтлектәрен, айырыуса балаларҙа һиҙгерлекте яҡшыртыу өсөн сенсорик бүлмә асылған.

Гөлкәй Аҙнабаева, тәрбиәсе: “Беҙҙең дәрестәр расписание буйынса ҡуйылған. Мин телмәр үҫеше буйынса эшләһәм, математика дәресен алып барам, икенселәр менән логопед, психологтар шөғөлләнә”.

Социаль объектта мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыу эше лә әүҙем алып барыла. Шуға ла музыка, бейеү түңәрәктәрендә бөтә төркөм бер юлы шөғөлләнә. "Йондоҙсоҡтар" коррекцион төркөмө һүрәт төшөрөү, әкиәт һөйләү һәм башҡа бәйгеләрҙә һынатмай.

Мөмкинлектәре сикләнгән балалар төркөмө асылыуға күп тә түгел, шулай ҙа ҡыҙҙар-малайҙар үҙҙәренең уңыштары менән һөйөндөрә. Уларҙың ижади һәләттәрен республика, Бөтә Рәсәй кимәлендә күрһәтергә ата-әсәләре лә булышлыҡ итә. Сөнки тап уртаҡ көс, тырышлыҡ менән ниндәйҙер һөҙөмтәләргә ирешеп була.

Өс йыл элек "Ләйсән" балалар баҡсаһы асылғас, районда сират мәсьәләһе лә хәл ителә. Мәктәпкәсә учреждениға Иҫәнғолдан, яңы биҫтәләрҙән 230-лап бала йөрөй.

Рәзиә Байғаҙаҡова, "Ләйсән" балалар баҡсаһы мөдире: “Барыһы алты төркөм иҫәпләнә. Бәләкәстәр, уртансы, өлкәндәр төркөмө. Улар менән тәжрибәле, юғары белемле ун һигеҙ тәрбиәсе шөғөлләнә”.

Төбәктә мөмкинлектәре сикләнгән тиҫтәнән ашыу мәктәпкәсә йәштәге бала иҫәпләнә. Барыһының да сәләмәтлеген яҡшыртыу маҡсатында киләһе йыл район үҙәгендәге "Тирмәкәй" балалар баҡсаһы нигеҙендә лә махсус төркөм ойоштороу ҡаралған.

Автор: Фәниә Юланова.

Мөмкинлектәр сикле түгел

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий