Ит йәрминкәләре старт алды

Ит йәрминкәләре старт алды https://bash.news/news/84925_it_jrminklre_start_aldy
26 ноя 2018, 21:19

Шәмбе, йәкшәмбе һайын эшҡыуарҙар баш ҡала халҡына шәхси хужалыҡтарҙа үҫтерелгән ҡош-ҡорт, мал-тыуар ите тәҡдим итә. Ойоштороусылар сауҙа кәштәләре 31 декабргә тиклем сифатлы ит менән тулы буласаҡ тип вәғәҙәләй.

Өфөлә йәшәүсе Гөлдәриә Ғәлимова ҡышҡы йәрминкәләрҙе көтөп ала. Хаҡлы ялдағы ханым йәй буйы ике йөҙҙән ашыу ҡош-ҡорт үҫтергән. Әле уның өсөн тап ит һатып балаларға ярҙам итеү осоро.

Гөлдәриә Ғәлимова, ит һатыусы: “Кешенең аҡсаһы ла кңп тңгел хәҙер, элекке кеңек кңпләп алмайҙар. Ҙур ташламалар менән һатабыҙ. Килем килмәй, үҙ аҡсабыҙҙы ғына ҡайтарабыҙ”.

Баш ҡала халҡы ҡышҡы йәрминкәләр башланыуын белеп бөтмәй. Һатыусылар сауҙаның тәүге көндәрендә генә бында халыҡ аҙ була, икенсе шәмбе-йәкшәмбе ит алырға теләүселәр күбәйәсәк, тип өмөтләнә.

Рәшиҙә Аҫылғужина, һатып алыусы: “Радионан ишетеп иртән килдек. Ат итенән билмән эшләргә уйлайым”.

Йәрминкәләрҙә хаҡтар сағыштырмаса арзаныраҡ, сөнки сауҙа урындарын ҡуртымға алыу сығымдарын түләргә кәрәкмәй.

Салауат Сәхрәтуллин, ит һатыусы: “Борайҙан ат итен килтерҙек. Уртаса хаҡ 300 һум”.

Халыҡ күпләп йыйылған урында тәртип һаҡлау - төп талап. Шуға ла йәрминкәләр даими күҙәтеү аҫтында.

Рөстәм Фазлиәхмәтов, Өфөнөң Калинин районы буйынса хужалыҡ иҫәбе участкаһы етәксеһе: “Йәрминкәләр миҙгеленә тап килә”.

Ҡалала йәшәүселәр экологик яҡтан таҙа, сифатлы итте 31 декабргә тиклем һатып алып өлгөрә ала. Ит ризыҡтарынан тыш, йәрминкәләрҙә арзан хаҡҡа башҡа тауарҙар ҙа тәҡдим ителә.

Автор: Флорида Ким.

Ит йәрминкәләре старт алды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий