Өфө сәхнәһендә – Иглиндәр

Өфө сәхнәһендә – Иглиндәр https://bash.news/news/84926_f_sxnend_iglindr
26 ноя 2018, 21:25

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә - иглиндәр! Райондың үҙешмәкәр коллективтары "Башҡортостан тарихы биттәре" фестиваль-марафон сиктәрендә сығыш яһаны. Күләмле сара республиканың 100 йыллығы уңайынан ойошторолған. Төрлө милләт халыҡтарын берләштергән байрам дуҫлыҡ, татыулыҡ төшөнсәләрен нығытты.

Республиканың 100 йыллығын ғорур ҡаршылай Иглин районы халҡы. Өфө тамашасыһын улар моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре, күңелле тамашалары менән һөйөндөрҙө. Баш ҡала сәхнәһенә 300-ән ашыу үҙешмәкәр артист сығып, һәр яҡлап талантлы, һүҙгә бай, маһир булыуын күрһәтте. Тамаша сиктәрендә райондың бер быуатлыҡ тарихына байҡау ҙа яһалды.

Иглиндәр "Башҡортостан тарихы биттәре" республика фестиваль-марафонына әҙерлекте йәйҙән башлай. Мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре көсө менән йөкмәткеле концерт программаһы төҙөлә. Район тураһында фильм төшөрөлә. Ике сәғәтлек тамаша бер тында үткәндәй тойолдо, таланттарға бай төбәккә маҡтау һүҙҙәре лә яңғыраны.

Зөһрә Рәхмәтуллина, Дәүләт Думаһы депутаты: “Иглин районы күп милләтле ер. Бөгөнгө тамаша менән был халыҡтарҙың дуҫ булып ҡалыуын ғына иҫбатламаны, һәләтлле, матур, ғорур, эшсән халыҡ йәшәгәнен күрһәтте”.

Фойела район предприятиелары етештергән продукция менән дә танышырға мөмкин ине. Ауыл уңғандары өфөләргә төбәктең бренды иглин һуғанын тәҡдим итте. Йәрминкә түренә - йүкә, ҡарабойҙай, сәскә балы ла ҡуйылды. Умартасылар татлы ризыҡтың ҡаҙаныштарын да барланы.

Әфҡәт Хәлитов, умартасы: “Ләмәҙдә йүкә баллы ҡиммәтле. Ошо бал менән 2013-2016 йылдарҙа Мәскәүҙә үткән төрлө күргәҙмәлә алтын миҙалдар алып, 2017 йылда Гран-при алдыҡ”.

Яҡташтар осрашыуына йыйылыусылар концерттан һуң оҙаҡ ҡына таралышмай, бер-береһе менән аралашты, тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Тиҙҙән филармонияла дәүләкәндәр йыйыласаҡ. Фестиваль-марафон эстафетаһы уларға тапшырылды. Байрам тамашаһы шулай уҡ күңелле һәм бай йөкмәткеле булыр тип көтөлә.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина, Әнәс Вәлиуллин.

Өфө сәхнәһендә – Иглиндәр

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий