Өфөнөң төп байрам шыршыһын биҙәү өсөн бөгөн боҙ ташыу эштәре башланды

Өфөнөң төп байрам шыршыһын биҙәү өсөн бөгөн боҙ ташыу эштәре башланды https://bash.news/news/84927_fn_tp_bajram_shyrshyyn_bi_sn_bgn_bo_tashyu_eshtre_bashlandy
26 ноя 2018, 21:27

Ленин исемендәге майҙанда төҙөләсәк ҡаласыҡҡа сеймал баш ҡаланың Ҡашҡаҙан күленән алына. Майҙанға уртаса 500 кубометрҙан ашыу боҙ талап ителә. Тема дауамы беҙҙең сайтта.

Ҡар яуып тороуға ҡарамаҫтан, эш бер минутҡа ла тынмай. Боҙ ҡырҡыу өсөн ҡеүәтле бысҡы һайланған. Эшселәр тәүҙә боҙ өҫтөн ҡарҙан таҙартып, һуңынан тейешле үлсәмдә быса. Улар ҙур ҙә, бәләкәй ҙә булырға тейеш түгел.

Рифат Ғәләүетдинов, Өфөнөң Октябрь районы буйынса төҙөкләндереү идаралығы хеҙмәткәре: “Йыл һайын боҙ киҫәбеҙ. Боҙ матур, таҙа. Иҫән-һау эшләргә яҙһын”.

Өфөнөң Ҡашҡаҙан күлендә бөгөн ике хужалыҡ эшләй. Һәр береһенә бер-нисә шыршы майҙансығы бүленгән. Боҙ алдан эшләнгән контурға ҡарап бысыла. Хәүефһеҙлек саралары ла ҡаралған. Бер майҙанда 10 кеше эшләй. Берәүҙәр ҡырҡыуға, икенселәре машинаға тейәргә ярҙамлаша.

Эшселәр әйтеүенсә, быйыл боҙ күпкә яҡшыраҡ һәм сифатлыраҡ та. Быға көндөң һалҡынса тороуы, өҫтәүенә, ҡарҙың яуып тороуы ла булышлыҡ иткән.

Фикрат Әсләмов, ҡаланы йәшелләндереү хужалығы урмансыһы: “Боҙҙоң ҡалынлығы яҡынса 20 сантиметр. Яҡшы. Скульптура яһарға ярашлы”.

Ҡаласыҡтар өсөн боҙ әҙерләү аҙна самаһы дауам итәсәк. Октябрь районының өс байрам майҙансығына ғына 500 кубометр сеймал әҙерләргә кәрәк. Баш ҡаланың төп шыршыһын биҙәү өсөн дә ошо уҡ күләмдәге боҙ тотоноласаҡ. Объекттарҙы 10 декабргә тиклем тапшырыу күҙаллана.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Өфөнөң төп байрам шыршыһын биҙәү өсөн бөгөн боҙ ташыу эштәре башланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество