Яңы вазифа

Яңы вазифа https://bash.news/news/84937_yay_vazifa
26 ноя 2018, 23:00

Михаил Киреев Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Был турала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

"Тиҙҙән ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыуҙы территориаль ойоштороуға күсеүгә бәйле, вәкәләттәрҙе яңынан бүлергә һөйләштек. Был ойоштороу, социаль йәһәттән етди саҡырыу. Һеҙгә был эште координацияларға кәрәк", - тип мөрәжәғәт итте республика етәксеһе Михаил Киреевҡа.

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүгә ҡағылышлы барлыҡ мәсьәләләр, ойоштороу эше яңы етәксегә йөкмәтелде.

Яңы вазифа

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд