Енәйәт эшендә яңы дәлилдәр

Енәйәт эшендә яңы дәлилдәр https://bash.news/news/84939_enjt_eshend_yay_dlildr
26 ноя 2018, 23:10

23 йәшлек коллегаларын көсләүҙә ғәйепләнгән элекке полиция хеҙмәткәрҙәренең адвокаттары яҡланыусыларын иреккә сығарыу тураһында ходатайство биргән. Шулай уҡ юристар енәйәт эшен туҡтатыуҙы һораған.

Әйтәйек, Салауат Ғәлиевтың адвокаты билдәләүенсә, элекке хоҡуҡ һаҡсыһы Енәйәт осрағы теркәлгән ваҡыт арауығында икенсе урында булған. Был һүҙҙәрҙе иҫбатлаусы видеояҙма ла бар. Ул ҡала ресторандарының береһендә видеокүҙәтеү камераһынан алынған.

Нәфис Ғәлимәрҙәнов, Салауат Ғәлиевтың адвокаты: “Был видеояҙма минең яҡланыуымсымдың енәйәт урынында булмауын дәлилләй. Ул икенсе ерҙә йөрөгән. Видеояҙмала ваҡыт та күрһәтелгән, был дөйөм алғанда ғәйепләүҙәргә ҡаршы килә. Бындай иҫбатлаусы дәлилдәр булғанда, уға ғәйепләү ҡарары ла сығарылырға тейеш түгел ине”.

Шул уҡ ваҡытта, Тәфтиш комитетынан билдәләүҙәренсә, был видеояҙмалар һәм дәлилдәр хаҡында башта уҡ билдәле булған. Әлеге мәлдә тикшереү эштәре дауам итә, енәйәт осрағы теркәлгән ваҡыт аныҡлана.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Енәйәт эшендә яңы дәлилдәр

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд