Бөгөн Өфөлә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә юғалып ҡалмай, кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыусылар тәбрикләнде

Бөгөн Өфөлә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә юғалып ҡалмай, кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыусылар тәбрикләнде https://bash.news/news/84940_bgn_fl_ttn_tysh_xldr_yualyp_almaj_keshe_merren_alap_alyusylar_tbriklnde
26 ноя 2018, 23:13

Тантана Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡатнашлығында үтте. Бишбүләк районы Баҙлыҡ ауылында йәшәүсе Аделина Әмирйәнова янғын сығыуҙан туғандарын һәм үҙҙәре йәшәгән йортто һаҡлап ҡалған. "Батырлыҡ йондоҙлоғо" унынсы Бөтә Рәсәй фестивале сиктәрендә бүләкләнеүселәр иҫәбендә хеҙмәттәштәребеҙ ҙә бар.

Бәләкәй осҡон оло бәләгә әүерелер ине. 10 йәшлек Аделина электр үткәргестең төтөн сығып яна башлауын күреп тиҙ генә телефондан 01 хеҙмәтенә шылтырата. Ул көндө ҡыҙ өйҙә һеңлеһе бер йәшлек Вера һәм тағы олораҡ ситтән килгән ҡыҙ менән генә ҡалған. Бәпесте кейендереп балаларҙы урамға алып сыға. Ҡотҡарыусылар шунда уҡ килеп етә. Бәхеткә күрә, ут таралып өлгөрмәй. Бәләбәйгә киткән ата-әсәһе осоп тигәндәй кире ҡайта.

Татьяна Петрова, Аделинаның әсәһе: “Ҡәйнәм шылтыратты, һеҙҙә ниндәйҙер хәл бар, тип. Шунда уҡ ҡайтырға сыҡтыҡ. Ҡыҙыбыҙ, бөтәһен дә дөрөҫ эшләгән”.

Михаил Петров: “Электр үткәргестәр иҫке ине, был хәлдән һуң алыштырҙым. Еренә еткереп эшләнмәгән, розеткаһын да алыштырһыҙыҡ”.

Аделина үҙенең был ҡылығы тураһында һөйләп бармай. Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын теүәл үтәгәне өсөн ул Бишбүләк районы хакимиәтенең Рәхмәт хаты һәм Өфөлә Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән. Шунан ғына баланың батырлығы тураһында ауылдаштары белеп ҡалған. Әммә ул үҙен герой тип иҫәпләмәй..

Үҙ көстәре менән ҡорған донъяны, ә иң мөһиме, туғандарының ғүмерен һаҡлап ҡалыуҙың әһәмиәтен, әлбиттә, ул үҫкәс аңлар, әлегә бәхетле ғаилә ҡыуаныс кисерә.

5-се синыф уҡыусыһының ошондай сифаттары булмаһа, ғәҙәттән тыш хәлдәргә ата-әсәһе һәм уҡытыусылар алдан өйрәтмәһә..ваҡиға күңелһеҙ тамамланыр ине.

Динар Әхмәтшин, Баҙлыҡ урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы: “Беҙҙең мәктәптә янғын хәүефһеҙлеге тураһында күпләп дәрестәр үткәрелә”.

Әйткәндәй, Баҙлыҡ мәктәбендә ҡасандыр ике герой уҡып сыҡҡан. Ә кескәй Аделинаның батырлығы хәҙер бөтә республикаға билдәле. Ул Өфөлә "Батырлыҡ йондоҙлоғо" унынсы бөтә Рәсәй фестивале сиктәрендә Герой-балалар номинацияһында тәбрикләнде. Уның һымаҡ уҡ юғалып ҡалмай боҙло һыуға, йә һыу ингәндә һыуға батыусыны ҡотҡарған балалар Рөстәм Мәрҙәнов ҡулынан Маҡтау ҡағыҙҙары алды.

Марат Латипов, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе: “ӨГерой балалар номинацияһында йыл һайын 5-6 бала бүләкләнә. Әммә эш һанда түгел, ә шундай аҙымға барыусыларҙың булыуында. Улар ысын мәғәнәһендә герой.Батырлыҡ күрһәтеп үҙен генә түгел, башҡа кешенең ғүмерен ҡотҡарыусылар һәр ваҡытта маҡтауға лайыҡ”.

Шулай уҡ, ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда батырлыҡ күрһәтеп ярҙамға ташланыусы ябай кешеләр бөгөн Өфөнән күкрәгенә миҙал тағып ҡайтты. Шулай уҡ был өлкәлә лайыҡлы хеҙмәт күрһәтеүселәр һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең эше дипломдар һәм иҫтәлекле сувенирҙар менән билдәләнде. Хеҙмәттәштәребеҙ Гүзәл Хәмитова "Барыҫ саҡырыуы" тапшырыуы өсөн, Руслан Батыргәрәев, Азат Саҙрыевтың видеояҙмалары иң яҡшы журналист эше номинацияһы һәм Алһыу Түзбәкова "Ҡотҡарыу эшендә теләктәшлек өсөн" номинацияһы еңеүселәре булараҡ билдәләнде.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Бөгөн Өфөлә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә юғалып ҡалмай, кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыусылар тәбрикләнде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд