Иртәгә Башҡортостан "Йомарт шишәмбе" Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла

Иртәгә Башҡортостан "Йомарт шишәмбе" Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла https://bash.news/news/84943_irtg_bashortostan_jomart_shishmbe_bt_rsj_akciyayna_ushyla
26 ноя 2018, 23:18

Ошо уңайҙан бөгөн төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы матбуғат конференцияһы ойошторҙо. Халыҡ-ара мәрхәмәтлек көнө сиктәрендә уҙғарылған сара төбәктә өсөнсөгә үтә. Төп маҡсат – мәрхәмәтлек мәҙәниәтен үҫтереү, коммерция булмаған ойошмалар, бизнес, дәүләт учреждениелары аша халыҡты изгелек ҡылырға йәлеп итеү.

Ошоға бәйле, аҙна дауамында концерт, йәрминкәләр һәм башҡа саралар уҙғарыу ҡаралған. Быйыл акция сиктәрендә "Юғалтыуҙар юҡ" хәйриә фонды генетик ауырыуҙары булған дүрт баланы дауалауға аҡса йыйыу ойоштора. Матди ярҙам күрһәтеү өсөн 3443 һандарына "Дарю" һүҙен яҙып ебәрергә мөмкин. Смс хаҡы - 65 һум. Тулыраҡ мәғлүмәтте ойошма сайтында белергә була.

Роза Кузьменко, Башҡортостан ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәткәре: “Акция 27 ноябрҙән 4 декабрьға тиклем дауам итә. Фондҡа йыйылған барлыҡ аҡса балаларҙы дауаларға, уларға йәшәү өсөн мөһим булған төрлө препараттар, дарыуҙар алыуға йүнәлтеләсәк”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Иртәгә Башҡортостан

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий