Туҡтатмағыҙ юлдарымдан...

Туҡтатмағыҙ юлдарымдан... https://bash.news/news/84945_tutatmay_yuldarymdan
26 ноя 2018, 23:28

Бөгөн тап ошо исем аҫтында Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың шиғыр һәм йыр кисәһе үтте. Талант эйәһе быйыл үҙенең етмеш йәшлек күркәм юбилейын ҡаршыланы, әҙәби эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүенә лә ярты быуат. Байрам сиктәрендә ул сәхнә түренә сығып ҡотлауҙар ҡабул итте, тамашасыларҙы бай ижад донъяһы менән һөйөндөрҙө. Ҡәләм оҫтаһы 35 шиғри йыйынтыҡ авторы, шиғырҙарына 300-ләп лирик һәм балалар өсөн йырҙар яҙылған.

Рауил Бикбаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры: “Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Кәтибә Кинйәбулатова, Фәүзиә Рәхимғолова төрлө йылдарҙа шиғырҙар яҙғандар. Әммә тулҡын булып килгән шағирәләр беҙҙә әҙ ине. Уларҙың иң алғы рәтендә барыусы Гөлфиә Юнысованың байрамына бөгөн килдек”.

Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы егерме йылдан ашыу "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире булып эшләй. Халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлап, әүҙем йәмәғәт тормошо алып барып, депутат булараҡ та абруй ҡаҙана. Башҡортостандың сәйәси, социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерә. Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та талант эйәһен оло юбилейы менән тәбрикләп, ижади уңыштар теләне.

Гөлфиә Юнысова, Башҡортостандың халыҡ шағиры: “Республика тормошонда, Рәсәй тормошонда ҡайнап йәшәлде. Ҡулымдан килгәнсе ихлас эшләнем. Халҡыма күберәк ярҙам итәм тип уйлай торғайным йәш саҡта. Илһөйәр булдыҡ. Был теләктәремә ирештем”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Туҡтатмағыҙ юлдарымдан...

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество