"Тамыр" телеканалы директоры "ТЭФИ-РЕГИОН 2018" конкурсының еңеүселәре иҫәбенә инә

"Тамыр" телеканалы директоры "ТЭФИ-РЕГИОН 2018" конкурсының еңеүселәре иҫәбенә инә https://bash.news/news/84960_tamyr_telekanaly_direktory_tefiregion_2018_konkursyny_eeselre_iben_in
27 ноя 2018, 10:59

"Тамыр" телеканалы етәксеһе, Гөлназ Ҡолһарина, легендар бронза Орфейға эйә булды. Кисә Һамарҙа йыл һайын уҙғарылған "ТЭФИ-РЕГИОН" премияларын тапшырыу тантанаһы үтте. Сараны "Рәсәй телевидениеһы Академияһы" Фонды ойошторҙо.

Тамыр телеканалы директоры ТЭФИ-РЕГИОН 2018 конкурсының еңеүселәре иҫәбенә инә
Тамыр телеканалы директоры ТЭФИ-РЕГИОН 2018 конкурсының еңеүселәре иҫәбенә инә

"Тамыр" телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина "Төбәк телевидениеһы үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн" махсус статуэткаһы менән бүләкләнә. Башҡорт телевидениеһы өсөн был бүләкләү оло шатлыҡ. Республика белгестәренең эше дәүләт телевидениеһы тарихында айырым урын алған.

Быйыл телевидение конкурсына биш йөҙҙән ашыу эш тапшырыла. 83 район-ҡалаларҙың 152 телекомпанияһының 482 эше конкурсҡа ҡабул ителә.Баһалама ағзалары иң яҡшыларын ике йүнәлеш буйынса егерме номинацияла билдәләй. Конгкурс еңеүселәренең барыһына ла бронза статуэтка һәм диплом тапшырыла.

bash.news редакцияһы Гөлназ Ҡолһаринаны һәм "Тамыр" телеканалы коллективын сираттағы еңеүҙәре менән ҡотлай!

Спутник FM
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий