Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат сәркәтибе итеп Марсель Байдәүләтов билдәләнде

Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат сәркәтибе итеп Марсель Байдәүләтов билдәләнде https://bash.news/news/84961_f_ala_xakimitene_matbuat_srktibe_itep_marsel_bajdltov_bildlnde
27 ноя 2018, 11:14

Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе итеп Марсель Байдәүләтов тәғәйенләнде.

Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат сәркәтибе итеп Марсель Байдәүләтов билдәләнде
Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат сәркәтибе итеп Марсель Байдәүләтов билдәләнде

Марсель Байдәүләтов 1986 йылда Көйөргәҙе районында тыуа. БДУ-ны, БДУ-ның аспирантураһын тамамлай. Быға тиклем «Юлдаш» радиоһында продюсер, унан Башҡортостан Башлығының мәғлүмәт һәм матбуғат хеҙмәте идаралығында бүлек белгесе булып эшләй.

Марсель Байдәүләтовҡа тиклем Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте менән Камил Юлаев етәкселек итә. Ул үҙ теләге менән вазифаһын бушата.

Спутник FM
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд