Иртәгә республикала ҡарлы ямғыр яуасаҡ

Иртәгә республикала ҡарлы ямғыр яуасаҡ https://bash.news/news/84978_irtg_respublikala_arly_yamyr_yauasa/?lang=bash
27 ноя 2018, 14:42

Башгидрометүҙәк синоптиктары 28 ноябргә һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе. Метеорологтар фаразлауынса, төндә болотло һауа торошо буласаҡ. Бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал.

Иртәгә республикала ҡарлы ямғыр яуасаҡ
Иртәгә республикала ҡарлы ямғыр яуасаҡ

Республикала көндөҙ болотло һауа торошо көтөлә. Көньяҡ райондарҙа ҡарлы ямғыр һәм епшек ҡар яуысаҡ. Айырым райондарҙа буран сығыуы мөмкин. Юлдарҙа боҙлауыҡ.

Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, ваҡыты менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 11 градус һалҡын, төньяҡ райондарҙа 18 градусҡаса түбәнәйәсәк.Көндөҙ дүрт градус һалҡын.

Спутник FM
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет