Әлшәй районында 26 йәшлек егетте хөкөм итәсәктәр. Ул ялған аҡсалар ҡулланыуҙа ғәйепләнә.
Прокуратуранан хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йылдың июль айында ир магазиндарҙа һәм элемтә салонында өс тапҡыр бер мең һумлыҡ ялған аҡсалар менән иҫәпләшә. Ҡайтарымды ул ысын аҡсалар менән ала. Ғәйепләнеүсе аҡсаларҙың ялған икәнен белеп, эш итә.
Купюраларҙа иҫкәртеүсе яҙыуҙар ҙа була. Быға ҡарамаҫтан, ир ялған аҡсалар менән иҫәпләшә. Осраҡ буйынса енәйәт эше судҡа тапшырылған.
Фото: Интернет