Радий Хәбиров күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләне

Радий Хәбиров күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләне https://bash.news/news/84994_radij_xbirov_kp_balaly_slre_slek_dany_mialy_menn_blklne
27 ноя 2018, 17:25

Шишәмбе, 27 ноябрҙә, башҡалала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров күп балалы әсәләргә «Әсәлек даны» миҙалын тапшырҙы. Тантаналы сара Әсәләр көнөнә арналды. Биш һәм унан да күберәк балалар тәрбиәләгән ҡырҡ дүрт әсәй дәүләт наградалары алып ҡыуанды.

Радий Хәбиров күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләне
Радий Хәбиров күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләне

Радий Хәбиров гүзәл заттарҙы ҡотлап үтте һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостанда илле меңдән ашыу күп балалы әсә иҫәпләнә. Улар,дөйөм алғанда, яҡынса 160 мең бала тәрбиәләй.

«Күп балалы әсәләр һуңғы осорҙа мөһим бурыстарҙың береһе булған демографик мәсьәләне хәл итә. Һәм әлбиттә, улар меңләгән балаға ғаилә йылыһын бүләк итә», - тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Республика наградаһы егерме йыл дауамында биш һәм унан да күберәк балалар тәрбиәләгән әсәләргә тапшырыла. Миҙалға аҡсалата премия ла ҡаралған. Бөгөн был награда ете меңдән ашыу ҡатын лайыҡ булған.

Спутник FM
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд