Өфө ҡала парктарын төҙөкләндереү мәсьәләһе күтәрелде

Өфө ҡала парктарын төҙөкләндереү мәсьәләһе күтәрелде https://bash.news/news/85010_f_ala_parktaryn_tklndere_msle_ktrelde
27 ноя 2018, 21:41

Радий Хәбиров бөгөн Өфө ҡала парктарының биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, ҡала хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты.

Беҙ һәр ҡалала йәки ҙур ауылдарҙа парктар, скверҙар булдырыу өҫтөндә эшләргә тейешбеҙ, ә бөгөн баш ҡаланың парк системаһын үҫтереү хаҡында һүҙ бара, тине Радий Фәрит улы.

Өфө-миллионлы ҡала, ул үҙенсәлекле ландшафтҡа эйә, йылғалар уратып алған, мөмкинлектәр бик күп. Радий Хәбиров белдереүенсә, тәбиғи мөмкинлектәрҙе файҙаланып Өфөлә халыҡ ял итерлек, беҙҙең тәбиғәт менән һоҡланырлыҡ урын яһарға мөмкин.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Өфө ҡала парктарын төҙөкләндереү мәсьәләһе күтәрелде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Банер уфимская волна