Әсәләргә хөрмәт менән

Әсәләргә хөрмәт менән https://bash.news/news/85011_slrg_xrmt_menn
27 ноя 2018, 21:55

Бөгөн Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров "Әсәлек даны" миҙалдарын тапшырҙы. Республика етәксеһе ҡулынан юғары дәүләт наградаһын алырға өс тиҫтәгә яҡын ҡала һәм райондан 44 гүзәл зат вәкиле килде.

Тантананың әсәләр көнө уңайынан үтеүе айырыуса әһәмиәтле. Ял көндәрендә билдәләнгән байрамды улар балалары янында ҡаршылаһа, бөгөн улар Башҡортостандың иң матур залдарының береһенә саҡырылды. Радий Хәбиров күп балы әсәләрҙе тәбрикләп, тап тантанаға йыйылыусылар республиканың демографик хәлен яҡшыртыуҙа ҙур өлөш индереүҙәрен билдәләне.

Бындай ғаиләләргә дәүләт тарафынан һәр ваҡыт ҙур иғтибар бүленә. Йәш быуын лайыҡлы белем һәм тәрбиә алһын өсөн, беҙ барыһын да эшләргә тейешбеҙ, тине Башҡортостан етәксеһе.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Все силы приложим для того, чтобы нормально работала экономика нашей республики. Чтобы ваши мужья и дети когда вырастут могли найти достойную работу. Чтобы никуда не уезжали в поисках лучшей жизни”.

Әсәлек миҙалын алыусы ҡатын-ҡыҙҙар иң аҙы биш бала әсәһе. Араларында алты-ете сабыйға тормош бүләк итеүселәр ҙа бар. Күп бала тәрбиәләү менән бер рәттән, уларҙың күбеһе эшләп тә өлгөрә. "Һәр бәпес - үҙ ризығы менән тыуа. Балалар менән шау-гөр килеп йәшәүҙән дә йәмлерәк тормош юҡ", ти тантанала ҡатнашыусылар.

Автор: Илдар Байбулатов.

Әсәләргә хөрмәт менән

БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий