“Алтын балыҡ”ҡа интерактив комплекс тапшырылды

“Алтын балыҡ”ҡа интерактив комплекс тапшырылды https://bash.news/news/85012_altyn_balya_interaktiv_kompleks_tapshyryldy
27 ноя 2018, 22:01

Федерация советының Фән, мәҙәниәт һәм мәғариф буйынса комитеты етәксеһенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Стәрлетамаҡ ҡалаһының "Алтын балыҡ" 32-се балалар баҡсаһына интерактив комплекс тапшырҙы.

"Берҙәм Рәсәй" партияһы проекты сиктәрендә алынған ҡорамал кескәйҙәрҙең хәрәкәт итеү органдарын, интеллектуаль һәм телмәр һәләттәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән. 32-се балалар баҡсаһында хәрәкәт итеү аппараты зыян күргән, церебраль фалиж менән сирләгән балалар тәрбиәләнә.

Интерактив комплекс улар өсөн төрлө йүнәлештәрҙә, шул иҫәптән телевизор һәм зиһенде үҫтереүсе уйындар өҫтәле булараҡ та хеҙмәт итәсәк. Уның ярҙамында күнекмәләр һәр бала менән айырым һәм төркөмдәргә бүленеп уҙғарыласаҡ.

Лилиә Ғүмәрова, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары: “Благодаря проекту, помощи города и нашим возможностям сегодня удалось пополнить копилку вашего оборудования”.

“Алтын балыҡ”ҡа интерактив комплекс тапшырылды

БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд