"Тамыр" телеканалы етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина бронза "Орфей" ға лайыҡ булды

"Тамыр" телеканалы етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина бронза "Орфей" ға лайыҡ булды https://bash.news/news/85014_tamyr_telekanaly_etksee_glnaz_olarina_bronza_orfej_a_lajy_buldy
27 ноя 2018, 22:12

"ТЭФИ-Төбәк" конкурсының һуңғы этабы булған бүләкләү тантанаһы Һамар ҡалаһында үтте. Гөлназ Фәрит ҡыҙына статуэтка төбәк телевидениеһы үҫешенә тос өлөш индергәне, "Тамыр" телеканалы ижадсыларының юғары һөнәри уңыштары өсөн тапшырылды. Бынан ары республика белгестәренең эшмәкәрлеге ил телевидениеһы тарихында айырым урын алып тора.

Гөлназ Ҡолһарина Орфей эйәһе! Һөнәри телевизион бәйгелә иң юғары, шул уҡ ваҡытта лайыҡлы баһа! Сөнки тап уның тырышлығы менән төбәк балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы республикала ғына түгел, тотош Рәсәй кимәлендә танылды. Ике тиҫтәнән ашыу тынғыһыҙ хеҙмәтенең һөҙөмтәһе: бер нисә быуындың балаларын, уларҙың ата-әсәләрен рухлы, ҡыҙыҡлы, халыҡсан тапшырыуҙары менән ҡыуандыра.

Гөлназ Ҡолһарина, "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы етәксеһе: “Спасибо моему талантливому, молодому и вечно желающему что-то новое коллективу”.

"Тамыр" телеканалында байрамса кәйеф. Шулай ҙа эш тынмай. Ижади коллектив бәләкәй тамашасыларға яңынан-яңы тапшырыуҙар әҙерләй. Быйылғы яңы миҙгелдә сыҡҡан "Бирешмә" "Профи", "Әлләсе", "Этнолайк" проекттарын халыҡ яратып та өлгөрҙө, һуңғыһы "Федерация" IV Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы номинацияһында еңеү яуланы. Бөтә ҡаҙаныштар артында яуаплы, талапсан етәксенең тырышлығы ята, ти телеканал хеҙмәткәрҙәре.

Асия Шахмина, "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы мөхәррире: “Гөлназ Фәрит ҡыҙы бик талапсан, ғәҙел, шул уҡ ваҡытта дуҫ һәм серҙәш тә. Уның эшен баһалап, награда бьиреү беҙҙең телеканалдың абруйын күрһәтә”.

Конкурсҡа "Бирешмә" сериалы тәҡдим ителгәйне. Яулайһы үрҙәр, алда әле, ти Гөлназ Фәрит ҡыҙы. Әйткәндәй, "ТЭФИ-Төбәк" бәйгеһе статуэткаһы тамырҙар өсөн тәүгеһе түгел.

"Тамыр"ҙа шөғөлләнеүсе балалар өсөн Гөлназ Ҡолһарина талапсан остаз да, кәңәшсе лә... Коллектив күптән ҙур, татыу ғаиләгә әйләнгән. Телеканал ҡыҙҙар-малайҙар өсөн ҙур тормош мәктәбе, ижад майҙаны.

Гөлназ Ҡолһарина, "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы етәксеһе: “Бала булыу – донъяға икенсе төрлө ҡарарға ҡурҡмау, алдыңа ҙур маҡсаттар ҡуйыу, башҡалар эшләмәгән эште башҡарырға йөрьәт итеү һ.б. Беҙ бала күңелле хеҙмәткәрҙәребеҙ менән нисәмә йылдар ошо балалыҡ донъяһын йәмләп йәшәйбеҙ”.

"Тамыр" ға Гөлназ Фәрит ҡыҙын 19 йәшендә Луиза Фархшатова алып килгән. Ижадсы остазының ышанысына тап төшөрмәй, уның юлын лайыҡлы дауам итә. Хәҙер үҙенең эргәһенә, маҡсатлы, тырыш, һәләтле балалар, үҫмерҙәр, йәштәр туплана икән, тимәк балалар телеканалының киләсәге өмөтлө, яҡты.

Автор: Фәниә Юланова.

Спутник FM
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна