Балалар туҡланыуына иғтибар арта

Балалар туҡланыуына иғтибар арта https://bash.news/news/85025_balalar_tulanyuyna_itibar_arta
27 ноя 2018, 23:18

Бөгөн Радий Хәбиров мәғариф учреждениеларында туҡланыуҙы ойоштороу буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Радий Хәбиров әйтеүенсә, был мәсьәлә һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. Райондарға эш сәфәрҙәре барышында төрлө эш алымдары ҡулланылыуы күренә.

Мәҫәлән, Дыуан районында мәктәп авария хәлендә, шуға күрә туҡландырыу балалар баҡсаһында ойошторолған, төшкө аш 21 һум тора. Хаҡтарҙы формалаштырыуға килгәндә, күп белем усаҡтары мәктәп яны участкаларына эйә, йәғни үҙ продукция иҫәбенә хаҡты арзанайтыу мөмкинлеге тыуа. Был бер алым. Икенсенән, аутсорсинг ысулын ҡулланыусы мәғариф учреждениелары ла бар. Мәктәпкәсә учреждениеларҙа, белем усаҡтарында ошо эштең нисек ойошторолоуына балаларҙың сәләмәтлеге бәйле, тине Радий Фәрит улы.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Детское питание – важнейшее напрвление нашей работы и внимания. Обед ребенок кушает в школе. Для некоторых детей еда в школе – единственный способ поесть горячей еды. По этому это очень значимо”.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Балалар туҡланыуына иғтибар арта

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна