Башҡортостанда хәүефле юлдар картаһы төҙөлдө

Башҡортостанда хәүефле юлдар картаһы төҙөлдө https://bash.news/news/85027_bashortostanda_xefle_yuldar_kartay_tld/?lang=bash
27 ноя 2018, 23:26

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы белгестәре Өфөлә һәм республикала юл-транспорт ваҡиғалары күпләп теркәлгән урындарҙың картаһын төҙөнө.

Бындай участкаларға һуңғы 12 ай эсендә бер-береһенә оҡшаш 3-тән ашыу һәм бер нисә төрлө 5-тән күберәк авария теркәлеү һөҙөмтәһендә кешеләр һәләк булған, биләмәләр ситендәге 1 километр, биләмә эсендәге 200 метр оҙонлоҡтағы юл участкалары һәм киҫелештәре инә.

Ведомство етәксеһе Динар Ғилметдинов әйтеүенсә, проблемалы урындар видеотеркәү ҡоролмаларын яңыртыу һәм участкаларға бәйле башҡа етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн асыҡлана. "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проектына ярашлы, инспекция алдында 2024 йылға тиклем һәр 100 мең кешегә юлда һәләк булыусылар һанын 4-кә тиклем кәметеү бурысы тора.

Төбәктә әле был күрһәткес 12 ярымға тиң. Динар Ғилметдинов белдереүенсә, бынан 10 йыл элек республикала хәүефле юл участкалары 400-ҙән ашһа, хәҙер улар 138-гә ҡалған. 100 участка баш ҡалаға, 7-шәр урын федераль һәм республика юлдарына, ҡалғандары район-ҡалаларға тура килә.

Динар Ғилметдинов, Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы етәксеһе: “Иң күп авариялар Өфөлә. Республиканың башҡа ҙур ҡалаларында ла авариялар күп”.

Көндәрҙең насарайыуы сәбәпле, инспекторҙар көсөргәнешле эш режимына күсерелгән. Бөгөн ете экипаж "Һамар-Өфө-Силәбе" трассаһының Иглин районындағы участкаһында күләмле тикшереүҙәр ойошторҙо. Документтарҙы тикшергән ваҡытта инспекторҙар водителдәрҙе һауа шарттарының боҙолоуы тураһында иҫкәртеп, юлдарҙа иғтибарлы булырға кәңәш итә. Ошондай уҡ күләмле рейд бөгөн Өфө-Ырымбур трассаһының Мәләүез районы участкаһында ла үтә.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Башҡортостанда хәүефле юлдар картаһы төҙөлдө

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста