Өфөлә 400 дана йыйыштырыу техникаһы бар

Өфөлә 400 дана йыйыштырыу техникаһы бар https://bash.news/news/85029_fl_400_dana_jyjyshtyryu_texnikay_bar

Тағы ла һөҙөмтәлерәк эшләү өсөн өс тапҡырға күберәк техника талап ителә. Өфөнөң Калинин районы төҙөкләндереү идаралығы техника паркы яңы техника менән тулыланды. Юл таҙартыусы грейдер башлыса алыҫ биләмәләрҙә эшләйәсәк. Яңы техниканың уңайлыҡтарын беҙҙең ижади төркөм дә һанап ҡараны.

Калинин районы төҙөкләндереү идаралығы ҡарамағында 300 саҡрым юлдарҙы тәртиптә тотоу. Бигерәк тә ҡышҡы миҙгелдә үҙәк трасса менән тоташтырыусы юлдар асыҡ булырға тейеш. Яңы алынған техниканың уңайлыҡтары менән автогрейдер водителе Анатолий Халявкин танышып өлгөргән дә инде. Егерме йылдан ашыу юл торошон ҡараусы хеҙмәткәр заманса техниканы ышаныслы һәм идара итеүҙә лә еңел тип баһалай.

Анатолий Халявкин, автогрейдер водителе: “Яңы техника идара итеүгә еңел һәм ҡеүәтле. Был грейдер алыҫ биләмәләрҙә эшләү өсөн уңайлы. Ул Силәбелә йыйылған”.

Өфөнөң Калинин районына ҡараған автомобиль юлдарының күпселек өлөшө ҡала ситендә. Мәҫәлән, Карпов ауылын Шаҡша биҫтәһе менән тоташтырған арауыҡ 60 саҡрым. Ҡар күп яуған көндәрҙә юлдар хатта, көнөнә өс тапҡыр таҙартыла, ти, белгестәр. Хужалыҡ автопаркында барлығы 44 юл техникаһы иҫәпләнә. Өсәүһе генә ҡар таҙартыусы грейдер. Әммә улары ла бик иҫкергән булған. Яңы техника юлдар торошон тәртиптә тоторға һәм транспорт хәрәкәтенә лә уңайлыҡтар тыуҙырырға булышлыҡ итер, тип күҙаллана.

Алмаз Хәйруллин, Өфөнөң Калинин районы төҙөкләндереү идаралығының гараж мөдире: “Был транспорт беҙгә кәрәк ине. Йыраҡ территорияларҙа эшләйәсәк”.

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: "Таҙалыҡ булдырыу һәм юлдарҙы тәртиптә тотоу көндәлек бурыс. Был бурыс өҫтөндә даими эшләргә кәрәк, техника һәм яғыулыҡ-майлау материалдарына аҡса бүленәсәк ", - тип белдерҙе. Ә коммуналь хеҙмәттәргә үҙ эшен еренә еткереп, намыҫ менән башҡарырға ғына ҡала.

Яңы ғына ҡайтарылған был грейдер алыҫ биләмәләрҙә эшләйәсәк һәм юл төҙөгәндә лә ҡулланыласаҡ. Техникала 235 ат көсө, хаҡы 8 миллион, Силәбелә төҙөлгән. Яҡын киләсәктә Калинин районына тағы ла ике камаз, бер ҡар тейәгес һәм бәләкәйерәк грейдер ҡайтарыласаҡ.

Автор: Гүзәл Борханова.

Өфөлә 400 дана йыйыштырыу техникаһы бар

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество