Белем артынан хәүефле юл аша

Белем артынан хәүефле юл аша https://bash.news/news/85030_belem_artynan_xefle_yul_asha
27 ноя 2018, 23:33

Бүздәк районы Никольское ауылында йәшәүселәр балаларын мәктәпкә ебәреүҙән баш тартыуҙары хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Быға төҙөк булмаған юл сәбәпсе булды. Ауыл халҡы мәсьәләне хәл итеүҙе һорап күп тапҡырҙар урындағы властарға мөрәжәғәт иткән. Объект нефть компанияһы ҡарамағында булғас, проблеманы муниципалитет хәл итә алмаған.

Быйыл ғинуарҙа прокуратура суд ҡарары аша предприятиеға юлды ремонтларға ҡуша. Әммә эш башҡарылмай. Мәсьәләне ата-әсәләрҙең мөрәжәғәте генә хәл итә. Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Иртәнге һигеҙенсе ун биш минут. Бүздәк районы Никольское ауылы балаларын тап ошо ваҡытта мәктәп автобусы килеп ала. 18 уҡыусы йөрөп уҡый. Салонға инеү менән һәр береһе теркәү үтә. Бөгөн уҡыусыларҙы мәктәпкә тиклем башланғыс синыф уҡытыусыһы Фәнүзә Сакаева оҙатты.

Фәнүзә Сакаева, башланғыс синыф уҡытыусыһы: “Ҡайыштарын бәйләһендәр, һөйләшмәһендәр, шаярмаһындар. Һаҡлап ултырабыҙ”.

Мәктәп автобусында хәүефһеҙлек талаптары теүәл үтәлә үтәлеүен, ә юлдарҙы әйтеп тораһы ла түгел. Бығаса Никольскоенан Ташлыкүл ауылына етеү ҙур сыҙамлыҡ талап итһә, проблема аҙна-ун көн элек хәл ителде. Ниһайәт, юл ремонтланды.

Юл ауыл халҡы мөрәжәғәте нбуйынса төҙөкләндерелә. Бер юлы урындағы башҡа проблемалар ҙа хәл ителә.

Вәсилә Ғәзиева, Никольское ауылында йәшәүсе: “Бынан ике аҙна элек юл юҡ ине, урамда ут янмай ине. Ике аҙна эсендә барыһын да эшләнеләр, асфальт түшәнеләр, туҡталыш ҡуйҙылар”.

Ташлыкүл һәм Никольский ауылдарын тоташтырыусы бер саҡрым ярымдай юл нефть компанияһы тарафынан төҙөкләндерелә. Сөнки ул шул предприятие иҫәбендә тора. Ремонт эштәре шулай уҡ ауыл эсендә лә үткән. Бында ҡырсынташ түшәлгән. Әле ике объектта ла эштәр туҡтатылған. Яҙ етеү менән ул ҡабат йәнләнәсәк.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Белем артынан хәүефле юл аша

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Минземимущество