"Өфө" Халыҡ-ара аэропорты өс миллионынсы пассажирҙы хеҙмәтләндерҙе

"Өфө" Халыҡ-ара аэропорты өс миллионынсы пассажирҙы хеҙмәтләндерҙе https://bash.news/news/85031_f_xalyara_aeroporty_s_millionynsy_passazhiry_xemtlndere
27 ноя 2018, 23:36

Пассажирҙар ағымы буйынса компания Дондағы Ростов, Һамар, Ҡазан, Красноярск аэропорттарын артта ҡалдырып, Волга буйы федераль округында алдынғы позицияға сыҡты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр "Өфө" аэропорты 2 миллион 800 мең кешене ҡабул иткәйне, был да тарихи ваҡиға булараҡ билдәләнде. Бүләкләү тантанаһы йәнә ҡабатланды.

Өфө-Краснодар рейсына килеүселәр өсөн көтөлмәгән яңылыҡ. Алтмыш кеше араһында аэропорттың 3 миллионынсы пассажиры бар. Сәғәт таңғы бишенсе яртыла самолетҡа ултырыр өсөн теркәү үтер алдынан халыҡ өсөн күңел асыу программаһы ойошторолдо, компанияның иҫтәлекле бүләктәренә лотерея уйнатылды, төрлө конкурстар ойошторолдо. Һәм бына иң тулҡынландырғыс мәл - бәхетле пассажирҙың исеме яңғыраны.

Юлай Мәмбәтов ике ай элек кенә ғаиләһе менән Краснодарға күсенгән. "Локоматив-Кубань" баскетбол клубында эшләй. Самолетҡа билетты ике аҙна элек интернет аша һатып алған була. Компанияның тарихына ингән пассажирға ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды, шулай уҡ авиакомпания маршрут селтәре буйынса һайлап алынған төбәккә осоуға ике кешелек сертификат тапшырҙы.

Юлай Мәмбәтов, "Өфө" халыҡ-ара аэропортының 3 миллионынсы пассажиры: “Өфөнән алыҫта булғанға һәр саҡ ҙур шатлыҡ менән ҡайтабыҙ. Башҡортостанды һағынабыҙ”.

Барлыҡ пассажирҙар ҙа тантана сиктәрендә иҫтәлеккә фотоға төшә алды, уларға бушлай сәй, сәк-сәк һәм башҡа тәмле ризыҡтар тәҡдим ителде.

Ете йыл эсендә "Өфө" аэропортында пассажирҙар ағымы 83 процентҡа артҡан. Йыллыҡ һөҙөмтәләр ҙә тармаҡтың уртаса күрһәткесенән юғарыраҡ. 3 миллионынсы пассажирҙы рейсҡа оҙатыу - компания өсөн тарихи , күптән көтөп алынған ваҡиға.

Александр Андреев, "Өфө" халыҡ-ара аэропортының генераль директоры: “Был күрһәткестең үҫешенә, тәү сиратта, аэродром комплексында күләмле реконструкция эштәренең уҙғарылған булыуы, халыҡ-ара авиалиниялар терминалының файҙаланыуға тапшырылыуы һәм авиакомпаниялар менән эшләүҙә ҡулланылған программаның уңышлы булыуы ярҙам итте”.

Пассажирҙар үҙҙәре үк "Өфө" аэропортының йылдам үҫешен билдәләй. Мәскәүгә генә тәүлегенә ун ете рейстың булыуы, маршрут селтәренең киңәйеүе - быларҙың барыһы ла төбәктә йәшәүселәрҙе һөйөндөрмәй ҡалмай, әлбиттә. Иң мөһиме, хәүефһеҙлек талаптары ла теүәл үтәлә.

Быйыл аэропорт эске авиалиниялар терминалында реконструкция эштәрен дә башланы. Республиканың 100 йыллығы уңайынан ойошторолған төҙөкләндереү эштәре артабан терминалда пассажирҙар үткәреү мөмкинлеген ике тапҡырға арттырып, сәғәтенә 1200 кешене ҡабул итеү ҡеүәтенә еткерәсәк.

Декабрь аҙағына тиклем "Өфө" аэропорты тағы ла 250 мең кешене ҡабул итер тип куҙаллана. Киләһе йылға бурыстар ҙа билдәләнгән. Пассажирҙар ағымын арттырыу, Волга буйы федераль округында барлыҡ күрһәткестәр буйынса ла лидерҙар рәтендә булыу.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий